Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2018, 13:31

БҮРЕЛӘР БАҪА...

“Беҙҙең Килдеғол ауылына быйыл ҡыш бүреләр ысын-ысындан яу ойошторҙо. Тиҫтәләп кешенең малы бүре ҡорбаны булды. Беҙгә, нигеҙҙә, шул малдарға һәм ҡош-ҡортҡа ҡарап көн иткән ауыл халҡына, артабан нисек йәшәргә?

“Беҙҙең Килдеғол ауылына быйыл ҡыш бүреләр ысын-ысындан яу ойошторҙо. Тиҫтәләп кешенең малы бүре ҡорбаны булды. Мәҫәлән, Хәбир Исхаҡов, Вәкил Көмөшбаев, Ғәбит Ғәлин, Хәлил Билалов, Инсур Ҡарағолов, Рәил Билалов, Нәғим Мөхәмәтйәновтарҙың кәртәләренә төшөп, ваҡ малдарын ҡырып сыҡтылар. Беҙ малдарҙың иреккә сығыр мәлдәрен дә ҡурҡып ҡаршы алабыҙ. Сөнки йәйгеһен дә тынғы юҡ был “урман санитарҙарынан”. Көҙ буйы тауыҡ, өйрәк, ҡаҙҙы төлкөләр ҡырғайны. Йәй аҙағында, көҙгә ҡарай, һыйыр малдарын айыу тәләфләй башлай.

Район гәзитенең 13 мартта сыҡҡан 21-се һанында урман йыртҡыстары малдарға һөжүм итеү менән шылтыратырға кәрәк тип яҙылғайны. Ләкин нисек һәм ниндәй телефонға икәнлеге күрһәтелмәгән.

Беҙгә, нигеҙҙә, шул малдарға һәм ҡош-ҡортҡа ҡарап көн иткән ауыл халҡына, артабан нисек йәшәргә?” – тигән йөкмәткеле хатҡа яуап алыу маҡсатында, түбәндәге вазифалы кешеләргә мөрәжәғәт иттек.



Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе башлығы Нур Усманов:

-Был хәл тураһында ишетмәнем, хакимиәткә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булманы. Бындай сетерекле мәсьәлә үткән йылда ла булғайны, хатта ситтән һунарсыларҙы ла саҡырҙылар. Ҡурсаулыҡ зонаһында йәшәгәнгә күрә бүреләргә рөхсәтһеҙ тейә алмайбыҙ. Закон беҙҙең яҡта түгел.

БР балыҡсылар һәм һунарсылар ассоциацияһының Бөрйән бүлексәһе етәксеһе Руслан Ихтисамов:

-Был проблема йылдың-йылы ауыл халҡының үҙәгенә үтә. Бындай хәлдәр бер Килдеғол ауылында ғына түгел. Бәхетһеҙлеккә күрә, әлеге осраҡта бер ни ҙә эшләп булмай, сөнки һунар миҙгеле 28 февралдә ябылды. 2016-2017 йылдарҙа бүреләргә һунар итеү өсөн рөхсәт ҡағыҙы 17 апрелгә тиклем бирелә һәм ситтән дә һунарсылар йәлеп ителә ине. Бүре күп, был мәсьәләне хәл итеү юлдарын район хакимиәте менән берлектә эҙләйбеҙ. Март башында районда үткән һунарсылар кәңәшмәһендә ошо хаҡта һөйләшеү булды һәм райондағы хәл-торошто тағы бер аңлатып, Тәбиғәт ресурстары министрлығына бүреләргә һунар итеү миҙгелен оҙайтыуҙарын һорап хат яҙҙыҡ, әммә яуап әле булһа ла юҡ. Мөрәжәғәттең ыңғай хәл ителеренә шик юҡ ине, шуға күрә район гәзитенә урман йыртҡыстары малдарға һөжүм итеү менән беҙгә шылтыратығыҙ, тип алдан хәбәр итеп өлгөрҙөк. Закондан бер нисек тә ситкә тайпылып булмай, һунар миҙгеле оҙайтылмағас, беҙгә шылтыратыуҙан да фәтеүә ҡалмай. Сөнки халыҡҡа ярҙамды тик закон нигеҙендә генә күрһәтә алабыҙ.

Район хакимиәте башлығының ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары Вил Яхин:

- Район биләмәһенең 42 процент ерен тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, 82 процентын урман-тауҙар биләй. Белеүегеҙсә, тәбиғәт ҡурсаулыҡтары биләмәһендә йәнлек-хайуандарҙы аулау, һунар итеү тыйыла. Эйе, айыу, бүре-төлкөләрҙең күбәйеүе район халҡына ҙур проблемалар тыуҙыра.

Ҡышҡы осорҙа бүре-төлкөләрҙең ашарға эҙләп ауылдарға яҡын килгәнен беләбеҙ, шуға күрә малдарҙы кискә ҡураларға бикләү, төрлө яҡтан һаҡланыу сараларын күреү зарур. Әммә бүреләрҙән ҡотолоу сараһы эҙләп, уларға рөхсәтһеҙ һунар ойошторорға хаҡыбыҙ юҡ. Йәй көнө малдарыбыҙ урман тулып көтөүһеҙ йөрөй икән, бында ла бер кемде лә ғәйепләй алмайбыҙ.

Район хакимиәте, һунарсылар ойошмаһы айыу-бүреләрҙең һанын кәметеү өҫтөндә эштәр алып бара. 2017 йылдан бүре аулаусыларға район хакимиәте тарафынан дәртләндереү премиялары ҡаралған. Ағымдағы йылда һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы иң күп бүре аулаусы һунарсылар өсөн конкурс та иғлан итте. Ләкин һунар миҙгеленең ҡыҫҡа булыуы, тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары булған һунарсыларҙың етешмәүе проблеманы көйләүгә мөмкинлек бирмәне. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап Тәбиғәт ресурстары министрлығына хаттар ҙа ебәрелде.

P. S. Бына шулай. Әлегә һорау асыҡ килеш ҡала.

А. АҠЫЕВА әҙерләне.

Читайте нас: