Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2018, 18:47

Хакимиәттәр ярышты

Әбйәлилдә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте.

Әбйәлилдә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте. Унда Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалалары һәм Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән райондары командалары спорттың 6 төрөндә көс һынашты.

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған сараны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сынғыҙов асып, килгән ҡунаҡтарға уңыштар теләне. Ярыштар волейбол майҙансығында башланды, унда барлыҡ командалар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны. Көсөргәнешле уйында Учалы командаһы иң көслөһө тип танылды, икенсе урында - майҙан хужалары, беҙҙең район өсөнсө урын алды. Бик ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыу үткән дартс ярышында Ләйсән Тажитова өсөнсө урын яуланы. Гер күтәреү буйынса Ғәзиз Манаповҡа тиңләшеүсе булманы.

Ярыштан район хакимиәте башлыҡтары ла ситтә ҡалманы. Атыу һәм йөҙөү буйынса район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов өсөнсө урын алды. Спартакиада ҡыҙыҡлы ярыштарҙан тыш, коллегалар менән күрешеп, аралашыу мөмкинлеген дә бирҙе. Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең киләһе спартакиадаһы Йылайыр районында үтәсәк.

И. ШӘмиғолов,
йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе.

Читайте нас: