Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2018, 18:17

ШАРҘАР БУЛЫП ОСТО ХЫЯЛДАР...

28 мартта - матәм көндө илебеҙ төбәктәрендә Кемерово халҡының оло ҡайғыһын уртаҡлашыу митингылары үтте, фажиғә ҡорбандары иҫтәлегенә һауаға аҡ шарҙар осорҙо.

Ошо көндәрҙә Рәсәй халҡы ҡот осҡос тетрәнеү кисерҙе: үткән йәкшәмбелә Кемерово ҡалаһының “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғын донъяны күреп тә өлгөрмәгән балаларҙы, йәштәрҙе алып китте... Ҡот осҡос фажиғә берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. 28 мартта - матәм көндө илебеҙ төбәктәрендә Кемерово халҡының оло ҡайғыһын уртаҡлашыу митингылары үтте, фажиғә ҡорбандары иҫтәлегенә һауаға аҡ шарҙар осорҙо.

Кемероволағы фажиғә ҡорбандарын иҫкә алыу акцияһына район халҡы ла ҡушылды. Был көндө билдәләнгән сәғәткә район мәҙәниәт һарайы алдына аҡ шарҙар тотҡан халыҡ ағылды. Кешеләрҙең күҙ йәштәренә ҡушылып, гүйә, тәбиғәт тә иланы. Төштән алып яуған ямғыр, әйтерһең дә, бер гонаһһыҙ сабыйҙарҙың, фажиғә ҡорбандарының, уларҙың яҡындарының күҙ йәштәре булып аҡты. Аҡ өмөттәр, аҡ хыялдар, йәшәлмәгән ғүмерҙәр аҡ шарҙар булып күккә юл алды... Йәндәре йәннәттә булһын балаҡайҙарҙың... Ҡайғы-хәсрәт килгән өйҙәргә Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ, түҙемлектәр бирһен.

А. МАНАПОВА

Читайте нас: