Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2018, 18:03

Ил иланы Кемерово менән...

Кемерово ҡалаһының “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу комплексындағы фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Балаларын юғалтҡан ата-әсәләр, ата-әсәһеҙ ҡалған балалар менән тотош ил иланы...

Кемерово ҡалаһының “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу комплексындағы фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Балаларын юғалтҡан ата-әсәләр, ата-әсәһеҙ ҡалған балалар менән тотош ил иланы... Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 64 кеше ут ҡорбаны булған. Әллә күпмеһе һөрөм менән ағыуланыу, тәндәре бешеү, 4-се ҡаттан һикереү һөҙөмтәһендә дауаханала. Иң ҡыҙғанысы – каникулдарында күңелле ял итергә теләгән балаларҙың һәләк булыуы... Кино барған залдан сыға алмай тонсоҡҡан балаларҙың һуңы минуттарҙа кисергәндәрен беребеҙгә лә кисерергә яҙмаһын... Кемерово ҡалаһында өс көнлөк, 28 мартта тотош ил буйынса матәм иғлан ителде.

Был оло бәлә беҙҙе тағы ла бер ҡат бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, аяулыраҡ, ихтирамлыраҡ булырға саҡыра. Бәлә-ҡазалар урап үтһен.

ДОҒА!
Һинең ҡайғың - ил ҡайғыһы,
Кемерово...
Йөрәк итен һағыш уты
Кимерә ул...
Бер гонаһһыҙ сабыйҙарҙы
Әжәл ала.
Матәм көйө. Үлгән кеүек
Тотош ҡала.
Хушлашалар- СМС-тар -
Һуңғы ауаз.
Ғүмерҙәрҙе ялмап-ялмай
Ялҡын яуыз.
Эй, Илаһым, сабырлыҡ бир,
Бирсе аҡыл!
Түләүҙәребеҙ булмаһын
Бала хаҡы...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

*
Ниҙәр булды әле был донъяға –
Сабыйҙарҙан ҡала көл дә күмер.
Заман бизмәнендә шулай осһоҙ
Баһалана микән әллә ғүмер.
Күҙ буяуға әйләнде бит донъя –
Тыштан ялтыр, эстән ҡалтыр-ҡолтор.
Утта көлгә ҡалған балаларын
Әсәләр бит һаман, һаман көтөр...
Бәргеләнәп, сығыр юлын тапмай,
Быуылдылар күпме аҫыл йәндәр.
Улар кисергәнде уйлаһаң да
Ҡалтыранып китә һаман тәндәр.
Һарайҙарға бикләп сабыйҙарҙы,
Ут төрткәндәр, тиеп уҡый инек.
Ҡанһыҙ фашистарҙың ҡылыҡтары
Ошоғаса, аңға һыймай, тинек.
Бөгөн килеп битарафлыҡ, ана,
Сабыйҙарҙы бикләп утҡа һала.
Балалары янып көл булғандар
Ҡайғы уттарында көйрәп яна.
Ялҡын эстәрендә балаҡайҙар
Бәргеләнә сығыр юлын тапмай...
Бер ҡараһаң, әҙәм балалары
Йыһан гиҙә, инде айҙы тапай...
Сараһыҙлыҡ алҡымдарҙан ала,
Күпме күҙҙән бөгөн йәштәр аға.
Асмандарға ашҡан сабый йәне
Кешелеккә әрнеп-рәнйеп баға.
Көл-күмергә ҡалған сабыйҙарҙың
Иңрәүҙәре сыңлай ҡолаҡтарҙа...
Ишетмәҫтәр... Бәғзе ҡолаҡтар бит
Күптән бикле затлы йоҙаҡтарға.
Битарафлыҡ өсөн түләүме был?
Бала хаҡтарының баһаһымы?
Сабыйҙарҙы бикләп яндырғанды
Атаһымы хәҙер, аҫаһымы...
Ниҙәр булды икән был донъяға?
Ҡаҡлығып та һорау кире ҡайта.
Күпме әсәләрҙең шатлыҡтары
Ҡара ҡайғы булып көлдә ята...

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Читайте нас: