Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2018, 18:01

Яҙғы ташҡынға әҙербеҙме?

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе төп тема булды.

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе төп тема булды.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, комиссия рәйесе Н. Сафин яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм уның эҙемтәләрен кәметеү буйынса саралар планын үтәү барышы тураһында таныштырып, быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ булыуын, шул сәбәпле ерҙең туң, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡатламының ҡалын һәм ныҡ булыуын иҫәпкә алып, районға махсус ҡоролма һатып алыныуын, Яңы Мөсәт, Кейекбай, Килдеғол, Әбделмәмбәт ауылдарында йылғаларҙа боҙ ҡатламын бысыу, ҡом һибеү кеүек эштәргә ауыл халҡының да әүҙем ҡатнашыуын телгә алды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына һыу ятҡылыҡтарының хәүефле урындарында боҙҙо бысыу өсөн заявкаларҙы тиҙ арала биреү кәрәклеген, кемдеңдер ярҙамына өмөт итмәй, ҡулдан килгән тиклем урында эште ойоштороу кәрәклеген белдерҙе. Иҫке Собханғол, Иҫке Монасип ауыл хакимиәттәре вәкилдәре, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, район мәғариф бүлеге, элемтә узелы етәкселәре һәм белгестәре үҙ сығышында яҙғы ташҡынға ҡаршы сараларҙың ойошторолоуы, авария-ҡотҡарыу бригадалары төҙөлөүе, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барылыуы тураһында хәбәр итте.

Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов ҡайһы бер ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм ойошма-учреждение етәкселәренең яҙғы ташҡынға әҙерлек сараларын тейешле кимәлдә алып бармауын, һәр хәлдә был юҫыҡта эшләнгән эштәр тураһында талап ителгән отчеттарҙың ваҡытында тапшырылмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл эсендәге күперҙәрҙең төҙөклөгөн тикшереү, уларҙың аҫтында боҙҙарҙы бысыу, һыу үтеү урындарын таҙартыу, ярҙарҙы нығытыу, ташҡынға ҡаршы авария бригадалары төҙөү, яуаплы кешеләрҙе тәғәйенләү, уларҙы телдән генә иҫкәртмәй, ҡултамғаларын да алыу, һыу баҫыу хәүефе янаған йорттарға йөрөп, ташҡын мәлендә ҡайҙа барырға, ниндәй саралар күреү кәрәклеген иҫкәртеү кеүек эштәрҙе яҡын арала башҡарып сығыу талабын ҡуйҙы.

Кәңәшмәнең икенсе мәсьәләһе буйынса Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге инспекторы Р. Аҡбулатов доклад менән сығыш яһаны. Ағымдағы йылдың 1 февраленән район биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Шул арауыҡта районда бер янғын осрағы (өй хужаһы үҙе ут төртөү арҡаһында) теркәлгән. Һис шикһеҙ, янғынға ҡаршы режим буйынса ҡабул ителгән саралар планы районда хәлде тотороҡландырыуға булышлыҡ итә. Әммә шул уҡ ваҡытта талап ителгән сараларҙың тейешле кимәлдә башҡарылмауы ла күҙәтелә. Мәҫәлән, “Торлаҡ” операцияһы буйынса ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә янғынға ҡаршы профилактик төркөм төҙөү, уның эш режимын булдырыу тураһында хоҡуҡи-норматив акттарҙың бөтөнләй булмауы, өй һайын үткәрелергә тейеш рейдтарҙың формаль рәүештә булыуы һәм башҡа етешһеҙлектәр асыҡланған. Р. Аҡбулатов комиссия ағзаларына янғынға ҡаршы режим булдырыу буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙы тағы ла өҫтәмә саралар менән тулыландырыуҙы тәҡдим итте.

Кәңәшмә һуңында ташҡын һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә, кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашыусы “Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса берҙәм дәүләт системаһы Башҡортостан территориаль бүлеге”нең (БТП РСЧС) Бөрйән звеноһы көстәре һәм средстволарының әҙерлеген тикшереү, йәғни смотр уҙғарыу 30 мартҡа билдәләнде.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: