Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2018, 12:09

Ҡотло ҡуллы һатыусы

Район үҙәгендәге павильонда урынлашҡан “Рәсәй текстиле” магазинында эшләүсе Рәзилә Яубаҫарова хаҡында тап шулай тиергә мөмкин. Ҡайҙа ғына һатыу итһә лә, уның янынан кеше өҙөлмәй, тирә-йүн ҡотайып, нурланып киткәндәй.

1989 йылда Баймаҡта һатыусылар курсын тамамлап, хеҙмәт юлын шунда уҡ райпо магазинында башлай Яңы Усман ауылы ҡыҙы. Артабан 5 йыл Бөрйән ҡулланыусылар йәмғиәтенең аҙыҡ-түлек магазинында, 9 йыл “Миләш”тә эшләгәндән һуң, Шәмиғоловтарҙың һәм Ғазиндарҙың магазиндарында һатыу итә. “Рәсәй текстиле”нә урынлашҡанына күп тә түгел, әммә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп тә өлгөргән Рәзилә Ғәйнислам ҡыҙы. “Оҫта, тәжрибәле һатыусы. Ул килгәс, һатып алыусылар ҙа бермә-бер артты”, - ти хеҙмәткәре хаҡында кибет хужаһы Илдар Хәсәнов.

- Сауҙа эшен яратам. Халыҡты, кемдең ҡайһы ауылдан икәнен һәйбәт беләм. Хужалар заказ менән ташығас, әйбер яҡшы үтә. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла оҡшай, тормошомдан ризамын, - ти үҙ эшенең оҫтаһы, 3 бала әсәһе, 5 ейән-ейәнсәргә өләсәй Рәзилә Яубаҫарова.

М. Мырҙағолова.

Читайте нас: