Һәр тәгәрәгән таш баш ярмаһа ла, һәр осраҡҡа әҙер булыу зарур. Быны тормош үҙе талап итә.
Хәҙер миҙгелдәр ҙә үҙ ҡанун-тәртибе, үҙенсәлеге менән килә. Туҡайса, “ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуа”, тип тыныс ултырырға форсат юҡ: ҡары ла ваҡытында яумай, ҡышын йылы булһа, март уртаһында шаҡырайтып туңдыра. Ошо үҙгәрештәр сәбәпселер инде - быйыл бәләкәй йылғалар шашып, шәре сығып, кешенең теңкәһенә тейә. Алағуян, һәүәнәк, Һарағы кеүек йылғаларҙың ажарланыуын әйтеп тораһы ла түгел, йәйгеһен аша атлап үтмәле булған сығанаҡтар ҙа ҡалышҡандай түгел.
Мәҫәлән, килдеғолдарҙың ҡыуанып ҡына күтәртеп ултыртҡан мәсетенә һыу ингән, боҙ күпергә үк еткән. Ауыл хакимиәте башлығы Нур Усманов әйтеүенсә, кешегә ҡурҡыныс янамай, мәсет фундаментына аҙмы-күпме генә зарары тейер, моғайын.
Әбделмәмбәттә Оло йылғала шәре сығып, бер йорт биләмәһен, уның тапҡырындағы юлды баҫҡан. Бабсаҡ, Үҙән, Дуҫлыҡ урамдары киҫешкән ергә сыҡҡан шәре. Башлыҡ әйтеүенсә, халыҡҡа ҡурҡыныс янамай, әммә һәр осраҡҡа әҙер булыу шарт. ДРСУ әле боҙҙо бысыу менән мәшғүл.
Әбделмәмбәткә ингән ерҙәге Тау урамы халҡына ла шәре бер аҙ үҙен күрһәтеп алған: Рауил Яхиндың арт яҡтағы кәртә ҡапҡаһы асылмай, Ғәйнетдин Усманов бысҡы табы өйөп “оборона тота”, Марсель Шәриповтың һарай тирәһе лә боҙло һыу ҡамауында.
-1982-1983 йылдарҙа һыу һарайға инде. Быйыл артыҡ шаша алмаҫ. Кем-кем, ваҡ балалар боҙҙа рәхәтләнде инде – саҡ ҡына шәре сыға ла туңдыра, - ти ауыл аҡһаҡалы Рауил Сәлимйән улы.
Эйе, йылдың нисек килере бер Аллаһ ҡулында. Әммә һәр саҡ уяу һәм ниндәй генә осраҡ-хәлгә әҙер булыуыбыҙ үҙебеҙҙән тора.
А. Рәжәпова.
Һүрәттә: Әбделмәмбәт ауылында Оло йылға хатта рәшәткәләрҙе күмгән.