Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2018, 18:34

Науруз байрамы

21 март көнө Бөрйән район мәҙәниәт һарайы алдында халыҡ матур байрам - Науруз байрамын билдәләп үтте.Сараны Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Район мәҙәниәт бүлеге, "Ағинәйҙәр" район ойошмаһы һәм Агросәнәғәт колледжы үткәрҙе.

Наурузды март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Байрам сәхнәләштерелгән тамаша менән башланып китте. Көн менән Төн бейеүе, Аҡман менән Тоҡман сығышынан һуң, "Мираҫ" халыҡ фольклор ансамбле ағинәйҙәре теләктәрен еткереп йыр бүләк иттеләр. Артабан "Үткән йылға мәҙхиә" исемле бәйеттәр конкурсы башланды. Конкурсҡа йомғаҡ яһалғансы, "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы халыҡҡа ҡыҙыҡлы викторина тәҡдим итте. Бәйеттәр бәйгеһе буйынса Фәнүзә Ишбаева, Гөлдәр Сөләймәнова, Лилиә Шәрәфутдинова, Хәлиҙә Ғәҙелшиналар бүләкләнде. Науруз байрамы тәмле бутҡа ашау, сәй эсеү менән тамамлданды.

Читайте нас: