Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2018, 16:58

Кубок – “Шүлгән-Таш”та!

Нөгөш ҡасабаһында “Башҡорт Уралы” биосфера резерватының Кубогына Ҡышҡы Спартакиада үтте.

Нөгөш ҡасабаһында “Башҡорт Уралы” биосфера резерватының Кубогына Ҡышҡы Спартакиада үтте. Матур йолаға әйләнгән был ярышта республикабыҙҙың айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре, фәнни ойошмалар, резерват биләмәһендә йәшәүсе халыҡтың командалары – йәмғеһе 7 команда ҡатнашты. 7 һынауҙан торған Спартакиадала “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы командаһы беренсе урын яуланы һәм кубок менән бүләкләнде! Икенсе урында – Нөгөш ҡасабаһы йәштәренең йыйылма командаһы, өсөнсө урында - “Башҡортостан” милли паркы командаһы.

Еңеүгә үҙ өлөштәрен индереүселәр: Инсур Ырыҫҡолов (шахмат, 1-се урын), Дамир Хәкимов (шашка, 3-сө урын), Салауат Толомғужин (саңғы, 2-се урын), Нурсилә Әминева (саңғы - 2-се урын; винтовканан атыу - 2-се урын), Динар Юлсурин (винтовканан атыу - 3-сө урын), Нәҙир Ишморатов (турникта күтәрелеү - 3-сө урын). Волейбол буйынса йыйылма командабыҙ бар уйындарҙа ла еңеп сығып, лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы!

Ырғыҙлы ауылы командаһы бындай ярыштарҙа йыл һайын ҡатнашып килә. Киләсәктә лә шулай әүҙем булып, ауылығыҙ данын күтәреп йәшәгеҙ!

Т. Хәмиҙуллина

Читайте нас: