Ҡотороу - хайуандарҙы һәм кешеләрҙе үлемгә килтереүсе вируслы сир. Тешләгән саҡта ҡотороу вирусы һеләгәй аша яраға эләгә. Дауаханаға ваҡытында мѳрәжәғәт итмәгән осраҡта кешелә ҡотороуҙың клиник билдәләре үҫешә һәм уның үлемгә килтереүе мөмкин. Сирҙе ҡуҙғытыу сығанағы булып сирле ҡырағай хайуандар (төлкө, бүре, ярғанат) һәм йорт хайуандары һанала.
Ауырыуҙың билдәләре:
- йәшерен осоро 10 көндән 2 айға тиклем. Билдәләр 5 көнгә ҡыҫҡарырға йәки 1 йылға оҙайырға мөмкин. Яра ни тиклем баш мейеһенә яҡын булһа, был осор шул тиклем ҡыҫҡараҡ була;
- тешләнгән урын йәки вирус эләккән ер ҡысыта, ныҡ ауыртыныу һиҙелә. Ҡурҡыу, тауыш һәм яҡтылыҡҡа һиҙгерлек артыу, һыуҙан ҡурҡыу, тамаҡ һәм йотҡолоҡ тартышыу күҙәтелә;
- хайуандарҙың аппетиты боҙола, ауыҙынан шайығы аға, ярһый, кешеләргә һәм малдарға ташлана, артабан өйәнәк тота. Сир башланып, 3-7 тәүлек үткәс, хайуан үлә.
Мал тотоусы һәм тешләнгән кешеләргә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим:
- әгәр ҙә мал кешене йәки икенсе малды тешләһә, шайығы менән бысратһа, ул 10 тәүлеккә ветеринар күҙәтеү аҫтына алына. Шуны иҫтә тоторға кәрәк, әгәр ҙә ҡырағай хайуан кешенән ҡурҡмайынса, уға яҡынлаша икән, тимәк, ул сирле;
- бигерәк тә малдың йотоу рефлексы ауырлашһа, тиҙ арала ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Халыҡ ысулы менән дауалау тыйыла;
- әгәр ҙә һеҙҙең этегеҙ йәки бесәйегеҙ берәйһен тешләһә, ул кешегә адресығыҙҙы биреү мотлаҡ, сөнки был хайуандар 10-14 көнгә ветеринар күҙәтеүе аҫтына алына;
- этте прогулкала йөрөткәндә уның махсус бәйҙә һәм моронлоҡта булыуы шарт. Ул хужаһыҙ берәҙәк эттәр менән бәйләнешкә инергә тейеш түгел. Эттәргә ветучасткала вакцинация эшләнә һәм паспорт алына. Көсөктәргә 3 айҙан ҡотороуға ҡаршы вакцина яһатырға кәрәк. Әгәр ҙә көтөргә эт һатып алһағыҙ, мотлаҡ ветеринарға мөрәжәғәт итеп, вакцина яһатырға ашығығыҙ. Шул уҡ ваҡытта бесәйҙәр тураһында ла онотмағыҙ;
- мал хужаһы административ яуаплылыҡҡа эйә.
Һуңғы ваҡытта төлкөләрҙең ауыл араһына төшөүе күҙәтелә. Ошо арала ғына Әбделмәмбәт ауылында төлкөләр эттәр менән һуғышып, малдарға тейеп маташҡандар. Был осраҡ буйынса ентекле саралар күрелде.
Ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу маҡсатында, ауыл осонда һәм урманға яҡын урынлашҡан йорт хужаларының иғтибарлыраҡ булыуҙарын һорайбыҙ.
М. ЯМҒУРСИНА,
район ветстанцияһының табип-эпизоотологы.