Аш-һыу оҫталары мәктәп коллективы менән төрлө байрамдарҙа ла ҡатнаша. Коллектив һорай икән, милли ризыҡ, аш-һыу әҙерләйҙәр. Бынан тыш, район кимәлендәге йәрминкә, һабантуй кеүек сараларҙа ла ҡатнашмай ҡалмайҙар. Уҡыуҙар тамамланғас та эштәре етерлек: йәйге лагерға йөрөгән, баҡса эштәре менән мәшғүл булған уҡыусыларға тәмле аштар бешерәләр, ҡышҡа аҙыҡ запасы булдыралар.
- Менюҙы ике аҙнаға алдан әҙерләп ҡуябыҙ, унда балаларға файҙалы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек индерергә тырышабыҙ. Икмәкте үҙебеҙ бешерәбеҙ. Аҙ тәьмин ителгәндәр төркөмөндә туҡланыусыларға айырым ҡамыр ризыҡтары әҙерләйбеҙ. Мәктәп баҡсаһындағы уңыштан ашхана өсөн запас булдырыла, 30-ға яҡын 3 литр банкаларҙа борщ консервалайбыҙ, сөгөлдөрҙән салат та эшләп ябабыҙ. Яңы йылға тиклем келәттә һаҡланған йәшелсәләрҙән аштар бешерһәк, хәҙер иһә банкаларҙа һаҡланғандарына сират етте. Балалар туҡланған өҫтәлгә һәр ваҡыт май ҡуябыҙ, иттән дә өҙөлгәнебеҙ юҡ. Былар барыһы ла хужалыҡ мөдире Әлфиә Йәнбирҙинаның йүнселлеге, тырышлығы менән башҡарыла, әлбиттә. Ул барыһын да йүнләп, барлап алып ҡайтып тора, шуға күрә беҙгә бешереүе күңелле лә, еңел дә, - ти Ғәйшә Зәкир ҡыҙы.
Ашнаҡсы һөнәрен ябай тип әйтеп булмай. Белемдән һәм оҫталыҡтан тыш, һөнәри тойомлау, сама белеү һәм һиҙгерлек сифаттарына ла эйә булырға кәрәк бит әле.
Ҡотандан йөрөп эшләүсе ашнаҡсыларҙың эшенән балалар, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт, коллектив та ихтирам итә. Балаларҙың өйҙә “мәктәптәге кеүек түгел” йәки “мәктәптәге кеүек тәмле булды” тигән һүҙҙәрен ишетеү ашнаҡсыларҙың үҙ эшенең оҫталары икәнен дәлилләй, баһаһын да арттыра түгелме.
А. АҠЫЕВА.