Быйылғы ҡыш һис кенә лә башҡа йылдарҙағыға оҡшаманы, оҙон ҡышты ҡарһыҙ сығып киләбеҙ тиһәң дә була. Уның ҡарауы декабрҙән алып ҡоро һыуығы теңкәне ҡоротто, күп урында йылғалар төбөнә тиклем туңып, йылға үҙ йырҙаларынан сыҡты, көтмәгән урындарҙы шәре баҫты. Тәбиғәт тигән нәмә ифрат көслө шул, йәйен тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына йылғалар ҙа быйыл үҙенең холҡон, уҫаллығын күрһәтеп-күрһәтеп ала. Иҫке Собханғол-Баймаҡ юлында Буҙарған, Әбделмәмбәттә Үҙән йылғаһынан урыны-урыны менән шәре күтәрелеп, хәүеф менән янай. Яңы Мөсәттә иһә шәре бигерәк көслө. Ауылдың төп урамы Зәки Вәлидиҙең Алағуян йылғаһы яҡлап ултырған йорт-ҡураларына үрге оста ла, түбәндә лә шәре килеп еткән. Һыу йырҙаларына һыймай уйпат урындарҙан үҙенә яңы ағым тапҡан. З.Вәлиди урамының үрге осонда, Ҡасҡынбай урамын янлап аҡҡан Әләкән (Иҫке Ыҙма) йылғаһынан да шәре ныҡ ҡына күтәрелгән, йән-яҡты тотошлайы менән шәре баҫҡан. Күпер аша үтеп йөрөү хәүефе лә бермә- бер артҡан.
- Яңы Мөсәттә шәрегә ҡаршы көрәш февраль башынан уҡ бара. “Шәхниязова” КФХ-һының көрәкле ДТ-75 тракторын йәлеп итеп шәре ситкә китмәһен өсөн йылғаның йырҙаһынан канал һөрҙөк. Газпром-газ бүлеү “Өфө”нөң Белорет филиалынан траншея ҡаҙғыс бар ҡоролмаһын арендалап кәрәкле урындарҙа боҙҙо бысып саҡрым ярым оҙонлоғонда канал һалдыҡ. Траншея ҡаҙғыс (грунторез) техниканы Иҫке Собханғолда ла файҙаланмаҡсыбыҙ, тип таныштырҙы шәрегә ҡаршы алып барылған эштәр менән Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Раян Шахниязов.
Үткән шәмбелә лә Яңы Мөсәттә тәбиғәт стихияһына ҡаршы өмә ойошторолдо. Берҙәмлек бәлә, ҡайғы-хәсрәт килгәндә беленә, күренә бит. Шәрене ауыҙлыҡларға ауылдың әүҙем, битараф булмаған ир-уҙамандары (бәғзеләренә ҡурҡыныс янамаһа ла), ауыл һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, барлығы ҡырҡлап кеше сыҡты. Берәүҙәр мотобысҡы менән боҙ бысһа, икенселәр бысылған боҙҙарҙы ситкә алып, канал ситенә ваҡ ҡырсын- таш тоҙ ҡатнашмаһы һалып сыҡты. Шәрене тейешле йүнәлештә ебәреү маҡсатында хәтһеҙ эш башҡарылды. Берлектәге өмә бәлә-ҡазаға тик күмәкләп, мир менән, бергәләп кенә ҡаршы тороп булыуҙы тағы бер раҫланы.
Р.Шәмиғолов.