Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2018, 12:32

Шиғри күстәнәс

Исламбай ауыл китапханаһында күренекле шағирә, үткер һүҙле журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Ғарифуллинаның алтын юбилейына арналған "Милли рухлы, шиғри йәнле Бөрйән ҡыҙы" исемле әҙәби кисә һәм "Баҙал" әҙәби берекмәһе ағзалары Гүзәл Һырлыбаева һәм Таңһылыу Баһауетдинова менән осрашыу үткәрелде.

Исламбай ауыл китапханаһында күренекле шағирә, үткер һүҙле журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Ғарифуллинаның алтын юбилейына арналған "Милли рухлы, шиғри йәнле Бөрйән ҡыҙы" исемле әҙәби кисә һәм "Баҙал" әҙәби берекмәһе ағзалары Гүзәл Һырлыбаева һәм Таңһылыу Баһауетдинова менән осрашыу үткәрелде. Тамашасылар менән йәнле аралашып, Айһылыу Рәжәп ҡыҙы үҙенең олатаһы Шаһивәли тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетте (уның олатаһы Исламбай ауылыныҡы). 86 йәшлек Әхтәм Хәйбуллин үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Айһылыу Рәжәп ҡыҙын туғандары, дуҫтары ҡотланы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уның ғаиләгә бағышланған шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе.

Гүзәл Һырлыбаева дәртле йырҙарын бүләк итһә, Таңһылыу Баһауетдинова менән Айһылыу Ғарифуллина ҡыҙыҡлы шиғри әйтештәре менән кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙеләр. Был күңел байрамы шиғриәтте, әҙәбиәтте һөйөүсе дуҫтарыбыҙ өсөн матур бүләк булды.

В. ҒӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: