Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2018, 12:07

Берҙәмлеккә ни етә?!

Үрге Нөгөш, халыҡ телендә әйткәнсә, Ямаш яҡтарына юлыбыҙ йыш төшмәй. Әммә ошо бәләкәй генә ауылдан ҙур шатлыҡ, күп ыңғай энергия алып ҡайтаһың.

Үрге Нөгөш, халыҡ телендә әйткәнсә, Ямаш яҡтарына юлыбыҙ йыш төшмәй. Әммә ошо бәләкәй генә ауылдан ҙур шатлыҡ, күп ыңғай энергия алып ҡайтаһың. Быға ауылдың үҙәктән ситт әятыуы булышлыҡ итәме, башҡа сәбәпме – белмәҫһең. Был юлы ла ап-аҡ юлдан аҡ бурандар уйнатып елдереп барып еттек ауылға. Ике яҡтан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ тау баштары ғына күренгәс, хатта самолетта осоп барғандай булынды.

Ауыл урамында килгән кешегә өрөргә лә эшкинмәгән ялҡау эттәрҙән башҡа йән эйәһе күренмәй. Ниһайәт, бер ҡатын килеп сыҡты. Фәлән-фәлән кәрәк ине, тигәс, әйҙә, һеҙҙе алып барам, тип өй беренсә беҙҙе оҙатып йөрөргә булып китте (башҡа яҡта ундай кеше табылмаҫ). Ҡуй, үҙебеҙ табырбыҙ, ауыл бәләкәй бит, тинек.

Беҙ өс өйҙә булғансы, район һәм ауыл хакимиәтенең йыллыҡ отчет йыйылышы башланған ине. Бәләкәй генә класс бүлмәһе тотош ауылды һыйҙырған. Ирҙәр – төптән, ҡатын-ҡыҙҙар уртанан урын алған. Һөйләүселәрҙе тыңлап бөткәс, ауыл ир-аттары тыныс ҡына кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе. Берәү берәүҙе кәмләмәне, әрләмәне. “Әйҙәгеҙ, ошолай итәйек, шулай яҡшы булыр”, -тигәнерәк фекерҙәр яңғыраны. “Күп балалы ғаиләләргә бирелгән бушлай ерҙәрҙе кәртәләп буламы?”, “Сүп-сар түгеү урынын кәртәләр кәрәк, уның тәғәйен урынын билдәләйек”,”Мәктәптең өрлөгөн яңыртып, ишеген арттанг асыр кәрк, сөнки ал яҡтан үтә текә” кеүегерәк һорау-тәҡдимдәр яңғыраны.

Ир-аттың ауыл проблемаларын аҡыл меннә хәл итеүенә, бергәләшеп кәңәш-төңәш итеп эшләүҙе хуп күреүенә, етешһеҙлектәр өсөн кемдәндер ғәйеп эҙләмәүенә аптырап та, һоҡланып та ултырҙым – бына бит боронғо аҡһаҡалдар ҡоро ҡайҙа икән, Үрге Нөгөштә, йәмәғәт!

Ғәлиәкбәрҙә
Ҙур ауылдың проблемалары ла, бурыстары ла, эштәре лә ҙурр һәм күп булып сыҡты. Район хакимиәте башлығы Р.Шәриповтың, Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р.Әхтәмовтың, Белорет, Бөрйән райондарындағы ғәҙәттән тыш ваҡиғалар буйынса өлкән инспектор Н.Имамовтың сығышынан һуң халыҡ һорауҙарына мөҙҙәт етте.

У.Вәлиев юлға әллә ҡайҙан таш ташығансы, үҙебеҙҙәге ҡаяларҙың ташын алһаң отошло булмаймы, тиһә,В.мөхәмәтов сүп-сар менән эш итеүҙе берәй эшҡыуарға йөкмәтеп булмаймы, тине.И.Әминев бюджет аҡсаһының ҡайҙа һәм нимәгә тотонолоуы менән ҡыҙыҡһынһа,Ғ.Әминева экологтың ҡартайып бөткән әбейҙәргә 3-әр меңләп штраф һалыныуы менән риза булмауын белдерҙе.

Ике ауылда ла район биләмәһендә һуңғы арала янғындар сығыуы йышайыуы, иң үкенеслеһе, уларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе хаҡында әйтелде. Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов һәр йыйылышта халыҡты ут менән үтә һаҡ булырға, янғын сығыуҙы хәбәр иткестәр һатып алырға кәңәш итте.

А.Рәжәпова.

Читайте нас: