Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2018, 12:18

Йыйылыштар дауам итә

Ауыл биләмәләрендә район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма, учреждение һәм предприятие етәкселәре ҡатнашлығында район хакимиәте ҡарарына ярашлы отчет йыйылышы Ырғыҙлы ауыл биләмәһендә булды.

Ауыл биләмәләрендә район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма, учреждение һәм предприятие етәкселәре ҡатнашлығында район хакимиәте ҡарарына ярашлы отчет йыйылыштары бара. Традицияға әйләнгән бындай осрашыуҙар күпселек ауыл биләмәләрендә үтте лә инде. Сираттағы осрашыу Ырғыҙлы ауыл биләмәһендә булды. Өс ауылда ла халыҡ билдәләнгән ваҡытҡа дәррәү генә йыйылды, йыйылыштар ҙур әүҙемлек менән үтте.
Тәүҙә Ырғыҙлы ауыл хакимиәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында биләмә башлығы Ә.Әзекәйев сығыш яһаны.
-Ауыл хакимиәтенең бюджеты отчет йылында 106%-ҡа үтәлде. Республика ҡаҙнаһынан төҙөкләндереү өсөн бүленгән финанс ярҙамы менән өс ауылда ла обелискыларҙағы мәрмәр таҡтаташтар яңыртылды, янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гараж эшләнде, Ҡотан ауылында һәм биләмә сиктәрендәге аншлагтар яңыртып эшләнде, санкцияланмаған (рөхсәтһеҙ) ҡый түгеү урыны таҙартылды. Ырғыҙлы ла балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт комплексы файҙаланыуға тапшырылды, өс ауылда ла зыяраттар документлаштырылды, Ҡотанда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелде. Сараның маҡсаты халыҡты берләштереү, ауылды төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү ине. Ҡотан ауылы урамдарына ҡырсын-таш түшәлеп тигеҙләнде, ташландыҡ ике өй алып ташланды, төҙөкләндереү-буяу эштәренән һуң ауыл бермә-бер матурайып, күркәмләнеп ҡалды. Ырғыҙлыла ла урамдар грейдер менән тигеҙләндерелде, рәтләнде, тип йыл эсендә башҡарылған ағымдағы һәм төп эштәргә туҡталды ауыл хакимиәте башлығы сығышында. Әхмәр Һаҙый улы шулай уҡ биләмәлә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәм талаптарын теүәл һәм тулыһынса үтәү кәрәклегенең бөгөнгө көндә үтә мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, өйҙәргә янғынды иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыуға етди ҡарарға саҡырҙы.
Район хакимиәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге, алып барылған эштәр һәм киләсәккә маҡсаттар тураһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А.Әлибаков сығыш яһаны.
Йыйылыштарҙың аҙағы йәнле фекер алышыуҙарға ҡоролдо, халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе, проблемаларҙы еткерҙе. Мәксүттәр утын өсөн айырым диләнкә бүлеү, участка табибы тарафынан кварталға бер тапҡыр халыҡты урынға килеп хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу, күп функциялы үҙәктә сираттарҙың ҙур булыуы, матбуғат баҫмаларының теүәл килмәүе кеүек проблемалы мәсьәләләрҙе күтәреп, ауылда балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатһа, Ҡотанда йыйылыш ауыл мәҙәниәт йортона капиталь, Ағиҙел аша һалынған оло күпергә ремонт, ауылдың үҙәк урамдарына асфальт түшәү, төҙөлөш өсөн ағас алыу, Ырғыҙлылар ауыл мәҙәниәт йорто техник хеҙмәткәренең эш хаҡын күтәреү кәрәклеген күтәрҙе.
Һорауҙарҙың күбеһенә хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары урында яуап бирҙе, ҡайһы берҙәре контролгә алынды. Ойошмалар, предприятиелар эшмәкәрлегенә ҡағылышлыларына тейешле ойошма, предприятие етәкселәре аңлатма бирҙе.
Р.Шәмиғолов
Читайте нас: