Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2018, 16:15

"Урал батыр байрамы"

27 ғинуарҙа Башҡортостанда «Урал батыр байрамы» ойошторола. Был хаҡта Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте.

27 ғинуарҙа Башҡортостанда «Урал батыр байрамы» ойошторола. Был хаҡта Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте.



Байрам «Урал батыр» эпосын популярлаштырыу, халҡыбыҙҙың боронғо уйындарын һәм ярыштарын тергеҙеү, ауыҙ-тел ижадын, этноспорт төрҙәрен пропагандалау маҡсатында уҙғарыла.


Программала — ат сабышы, милли көрәш, уҡтан атыу, «Ылаҡ» командаһының күрһәтмә сығыштары, «Таяҡ тартыш», «Арҡан тартыш», «Килен-ҡәйнә арҡан тартышы», «Суҡмар ырғытыу», «Таш ярыу» уйындары. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.


Байрам барышында сәхнәлә «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр уҡыу, сувенирҙар һәм милли ризыҡтар һатыуҙы ойоштороу ҡаралған. Билдәле сәсәниә Розалиә Солтангәрәеванан йолалар буйынса оҫталыҡ дәресе алырға, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнергә мөмкин.


Сара Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы башланғысы буйынса Бөрйән районы хакимиәте, Иҫке Собханғол ауылындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә ойошторола.


Байрамды уҙғарыу урыны: Бөрйән районы, Һарғая ауылы, Урман урамы, 4, Экоприют.

"Башинформ"дан.

Читайте нас: