Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2018, 17:11

Никахтар артҡан, тыуым кәмегән

Һәр тармаҡ үткән йылғы эшенә йомғаҡ, һығымталар яһай. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү хеҙмәте лә райондың былтырғы осорҙағы демографик хәл-торошона анализ яһаны.

Һәр тармаҡ үткән йылғы эшенә йомғаҡ, һығымталар яһай. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү хеҙмәте лә райондың былтырғы осорҙағы демографик хәл-торошона анализ яһаны.

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бер йыл эсендә йәмғеһе 232 бала теркәлгән. Шуларҙың 229-ы – яңы тыуған сабыйҙар, 1 бала үле тыуған, 2 бала уллыҡҡа алынған.

Үткән йылда малайҙар күберәк тыуған: 131 ир бала һәм 98 ҡыҙ бала донъяға килгән. Яңы тыуғандарҙан 59 бала ғаиләлә тәүгеләр, 75 бала – икенсе, 51 сабый – өсөнсө, 44 бала дүртенсе һәм артабанғы. Игеҙәктәр тыуыу осрағы икәү. 2016 йыл менән сағыштырғанда, тыуым кимәле 22-гә кәмегән. 22 сабый яңғыҙ әсәләр ғаиләһендә донъяға килгән, 23 бала атаһын билдәләү менән бергә теркәлгән.

2017 йылда 190 үлем осрағы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был статистика, киреһенсә, хөртәйгән – үлем осрағы 29-ға артҡан: 107 ир-ат һәм 83 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан. 2017 йылдың декабрендә үлем тыуымдан 5 кешегә артып киткән. Үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары ла күбәйгән: 2016 йылда - 7, 2017 йылда 11 осраҡ. 1 йәшкә тиклемге 5 бала үлгән. 2016 йылда сабыйҙар үлеме теркәлмәгән.
141 пар законлы никахҡа ингән. Бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда, яңы ҡоролған ғаиләләр һаны 18-гә артҡан.

Никахты тарҡатыу тураһында 55 акт яһалған, был күңелһеҙ статистика ла артҡан. Айырылышыуҙарҙың төп өлөшө ғаилә стажы 1 йылдан 5 йылға тиклем булған йәш парҙарға тура килә.

Г. ДАУЫТОВА, ЗАГС бүлеге начальнигы.
Читайте нас: