15 ғинуарҙан Башҡортостан мәктәптәрендә ике аҙналыҡ ҡышҡы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башлана. Башгидрометүҙәк синоптиктары фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһының төндә 28, урыны менән 34 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ йылыраҡ. Һыуыҡтар оҙаҡ булырмы-юҡмы — әлегә билдәһеҙ, шуға күрә уҡыусыларҙың, айырыуса башланғыс кластарҙа уҡығандарҙың ата-әсәләренә иртән балаларҙы мәктәпкә оҙатҡанда һауа температураһына иғтибар итергә кәрәк.
Дөйөм белем биреү учреждениеларына йөрөү өсөн нормативтар йылы һайын әүәлгесә ҡала. 23 градус һалҡында — ауылда, 25 градуста ҡалала 1, 2, 3 һәм 4 класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала.
Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә — ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары өсөн дәрестәр булмай. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына — 30, ҡаланыҡыларға иһә 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итә, тип аңлаттылар Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Нормативтар уҡытыусыларға ҡағылмай, улар, температура нисә градус булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә булырға тейеш. Шуға күрә кластан бер уҡыусы килһә лә, уҡытыусылар уның өсөн дәрес үткәрергә бурыслы.