Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2018, 17:29

Африка вәкиле Бөрйән районындағы балалар лагерында вожатый булып эшләй

Африка вәкиле каникулдарын Бөрйән районының «Тимербатыр» мәктәп лагерында үткәрә. Ул бында вожатый булып эшләй.

Африка вәкиле каникулдарын Бөрйән районының «Тимербатыр» мәктәп лагерында үткәрә. Ул бында вожатый булып эшләй.
Фаруҡ Ибраһим – Өфө студенты түгел, ул Африканан (Гана) килгән. 26 йәшлек егеттең төп эше – алтын табыу. Балалар өсөн робот техникаһы лагерына ул «Aisec» волонтерҙар менән алмашыу фирмаһы аша вожатый булып килгән. Балалар унан инглиз теленә өйрәнә.
«Фаруҡ урыҫ телен белмәй, тәү тапҡыр ҡар күрҙе, өшөмәй, футбол ярата, мосолман, өйләнмәгән. Бында уға ныҡ оҡшай, ул башҡорт телендә һөйләшергә тырыша», — тип һөйләне Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.
«Тимербатыр» лагерында сит ил кешеләренең тәжрибә алыу осрағы тәүгеләрҙән түгел. Йәйгеһен бында 19 йәшлек студент-индус Бхавеш булды. Ул балалар менән бергә башҡорт телендә Салауат тураһында йырланы.
Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе шулай уҡ үҙ оҫтаханаһында ағастан Бөрйән балталары кеүек сувенирҙар етештереү менән да танылған. Продукция ҙур ихтыяж менән ҡуллана.
http://www.bashinform.ru/news/1101573-afrikanets-podrabatyvaet-vozhatym-v-detskom-lagere-burzyanskogo-rayona-bashkirii/
Читайте нас: