- Шыршы байрамынан бик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттым. Төрлө төбәктәрҙән килгән тиҫтәрҙәрем менән аралаштым, яңы дуҫтар таптым, айырыуса Борай районынан Илназ Нурисламов менән дуҫлашып алдыҡ. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған 114 баланы етәкселәребеҙ яҡшы ҡарап алып йөрөттө. Шыршы байрамына тиклем беҙҙе Мәскәү менән таныштырҙылар. Ҡала миңә бик оҡшаны, мәктәпте тамамлағас, унда уҡырға барырға ҡарар иттем әле. Бынан тыш, самолетта осоу ҙа оҡшаны. Театрҙа Яңы йыл тураһында “Щелкунчик”ты ҡараныҡ. Яңы йыл бүләктәре лә тараттылар. Аҙаҡ беҙҙе Кремль шыршыһына алып барҙылар, унда мин үҙемде мөғжизәле әкиәт донъяһына барып ингәндәй хис иттем. Барыһы ла ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ сағыу тамаша булды. Шуныһы үкенесле - Ҡыш бабайға ҡурайҙа ғына уйнап булманы, - ти Алмаз. - Ғилми эштәремдең етәксеһе Гөлйемеш Зәки ҡыҙына рәхмәт, сөнки бар уңыштарым артында уның тырышлығы, биргән белеме тора.
Әлбиттә, Иҫке Собханғол мәктәбендә яҡшы уҡыған балалар бик күп, әммә бәхет тап Алмаз Мөхәмәтйәновҡа йылмайыуы һис тә осраҡлы түгел. Уға егет үҙенең яҡшы уҡыуы, республика, Рәсәй кимәлендә һәм Халыҡ ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа мәктәп уҡыусылары араһында ғына түгел, студенттар араһында ла 1-се урындар яулауы менән лайыҡ булды. Быларҙан тыш, мәктәптең мәҙәни һәм спорт сараларында ла әүҙем уҡыусы.
Алмаз тиҫтәрҙәренә теләктәрен дә еткерҙе: «Тырышып уҡыһындар һәм минең кеүек Кремль шыршыһына барыу бәхете уларға ла йылмайһын».