Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 11:31

Янғындарға юл ҡуймайыҡ

Ут – иң аяуһыҙ һәм ҡурҡыныс бәләләрҙең береһе.

Миҙгелгә бәйле һауа температураһы түбәнәйә башлағас, халыҡ мейестәрен ҡыҙыу яға, электр йылытҡыстар ҡуллана башлай. Янғындар йышыраҡ мейестәрҙе ныҡ ҡыҙҙыра яғыу, кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү, мейескә яғыу өсөн тиҙ ялҡынланыусан шыйыҡлыҡтар ҡулланыу, мейес ауыҙынан йәки соҡалтанан ҡыҙыу көл йәки ҡуҙ төшөү арҡаһында тоҡана. Эсендә ут янып ятҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырыу ҙа бәләгә юл асыуы ихтимал. Ҡаты һыуыҡтарҙа мейестәрҙе оҙаҡ яғалар, шул сәбәпле мейестең айырым урындары ҡыҙа. Әгәр шул урындар ағас стенаға йәки йорт йыһазына тейеп торһа, янғынға юл асыҡ тигән һүҙ.
Һауа торошо минусҡа китә башлау менән электр селтәрҙәренә тоташтырылған электр йылытыу ҡорамалдарының һаны арта. Тимәк, электр үткәргестәргә лә баҫым көсәйә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа иҫкереү, оҙайлы ваҡыт артыҡ көсөргәнешле тотоноу арҡаһында изоляция тишелә һәм электр үткәргестә ҡыҫҡа ялғаныш барлыҡҡа килә. Был да янғынға сәбәп булып тора. Беребеҙгә лә сер түгел, электр үткәргестәр күп кенә торлаҡ йорттарҙа, бигерәк тә иҫке өйҙәрҙә, идеаль хәлдә түгел. Был да янғын хәүефен арттыра. Янғын сәбәптәре иҫәбендә электр йылытыу ҡорамалдарын тотонғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү ҙә бар.
Иҫкәртеү сараларының роле бик ҙур. Был маҡсатта һәр ауыл биләмәһендә янғын-иҫкәртеү төркөмдәренең эше ойошторолған. Йыл башынан был төркөмдәр тарафынан 2345 өй янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән тикшерелгән.
Ағымдағы йылда урындағы үҙидаралыҡ органдары тарафынан дөйөм 532 кеше ҡатнашлығында 30 сход үткәрелгән.
Үрҙәгеләрҙән сығып, янғындар менән хәлде тотороҡландырыу маҡсатында ойоштороу-практик саралар ҡабул ителде. Улар иҫәбендә: янғын-иҫкәртеү акциялары үткәреү (был эштә айырыуса балалар тәрбиәләнеүсе ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәүселәргә, яңғыҙ йәшәүсе оло кешеләргә, инвалидтарға акцент яһау мөһим); был эшкә эске эштәр, социаль яҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү; үрҙә аталған хеҙмәттәр менән халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса саралар комплексы үткәреү; объекттарҙы көҙгө-ҡышҡы янғын хәүефе артҡан миҙгелгә әҙерләү; янғын һүндереү техникаһы өсөн һыу алыу урындарын ҡарҙан таҙартып, тәртиптә тотоу; торлаҡ йорттарҙы янғын хаҡында автоном хәбәр итеү ҡоролмалары менән тәьмин итеү буйынса эш һ.б.
Ут – иң аяуһыҙ һәм ҡурҡыныс бәләләрҙең береһе. Был дошмандан беҙҙе уяулыҡ, иғтибарлылыҡ, тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү һәм бер-беребеҙгә вайымһыҙ ҡарашта булмау ғына ҡотҡара ала.
Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик
эш бүлеге.
Читайте нас: