Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2017, 13:57

Рәхмәт - үҙе баһа

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, ти. Кешенән рәхмәт ишетеү – үҙе шатлыҡ, үҙе кинәнес.

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, ти. Кешенән рәхмәт ишетеү – үҙе шатлыҡ, үҙе кинәнес.
Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе социаль хеҙмәткәр Лилиә Мырҙабаева (һүрәттә) үҙенең ҡарамағындағы 17 кешенән көн дә рәхмәттәр ишетә, алғыштар ала. Ярҙамға мохтаж әбей-бабайҙарҙы ғына түгел, балаларҙы ла ҡарай ул. Ун һигеҙенсе йыл ошо эштә.
- Ололарға һыу, утын индерәм, айына ике тапҡыр иҙәндәрен йыуам, кемдәр Иҫке Собханғолға барып коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләй алмай, шуларҙың бурыстарын түләйем, кемдәр магазинға бара алмай, шуларға аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ алып барып бирәм. Ҡунаҡ-төшөм булһа ла, алдан барып ярҙам итәм. Элек, ошо эштәрҙең һәр береһе өсөн айырым түләү булмағанда, йәшелсәһен утап, картуфтарын сәсешеп, күмешеп, ҡаҙышып бирә инем. Эшем үҙемә оҡшай, мин ҡарашҡан кешеләр зарланғаны юҡ әлегә, - ти Лилиә.
- Лилиәгә һүҙ юҡ инде ул. Һәр саҡ ярҙамға килә. Туйға хатта тотош бер ботто ит үткәргес аша үткәреп бирҙе, - тип һүҙгә ҡушыла Зәкиә апай Мырҙабаева.
Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Фәйзулла һәм Зәкиә Мырҙабаевтарҙы ла ҡарай Лилиә.
Үҙенең ғаиләһенә лә өлгөрә уңған ҡатын. Егәрле булғаны өсөндөр, Аллаһы Тәғәлә уға гел уландар биргән - дүрт улының икәүһен башлы-күҙле иткәндәр. Уларының да гел улдары ғына тыуып тора икән. Ҡыҫҡаһы, ир-ат араһында бер бөртөк гүзәл зат вәкиле булып ирәйеп йәшәй ул. Тырышлығын һалып эшен, донъяһын ырыҫлы итә.

А. Ғарифуллина.
Читайте нас: