«Барыһы ла үҙ ҡулдарығыҙ менән тыуҙырылған матурлыҡмы?» - тигән урынһыҙ һорауыма ул йылмайып ҡына: - Бушты бушҡа ауҙарып ултырам инде. Әхирәтемә ултырғыс түшәктәре эшләп бирермен тип вәғәҙә иткәйнем, бына дүртенсеһен бөтөп киләм, - тип яуап бирҙе. Күҙ яуын алып ятҡан диван, ултырғыс япмаларына ҡарап, пряжанан бәйләнгән, тауар киҫәктәренән тегелгән ҡул эштәренең әле береһен, әле икенсеһен ҡулыма алып һоҡланған арала бындай матурлыҡтың һатылыу-һатылмауы тураһында ла ҡыҙыҡһынам.
- Ҡул эштәремде һатҡаным юҡ, үтенеп һораусыларға бирәм былай. Күбеһенсә туғандарыма, дуҫтарыма тыуған көндәренә, байрамдарға бүләк итәм, - ти ул.
Әсмә инәйҙең ҡыҙы Наилә апай һөйләүенсә, әсәле-ҡыҙлы бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра замансараҡ яңы биҙәктәрҙе, йә тегеү алымдарын интернет селтәренән ота һалып алалар, кешелә күреп ҡалғандарын да тиҙ арала өйрәнеп, эшләп тә ҡуялар икән. Әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, Наилә апай ҙа ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған.
– Элек, етешһеҙерәк заманда, кәрәк тип бәйләһәм, хәҙер иһә күңел талабы, - тип һүҙен дауам итә Әсмә инәй. - Беҙ бит һуғыш йылдары балалары, әсәйем мине бәләкәйҙән бәйләргә өйрәтте. Бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп, сигеү ҙә сигеп, үҙебеҙгә кейемдәр ҙә тегә инек. Барыһы ла бөгөнгөләй хәтерҙә. Фәтхулла ағайымды фронтҡа алғанда миңә ике йәш ярым, ә һеңлем ни бары 20 көнлөк булған. Һуңынан атайымды ла хеҙмәт фронтына оҙатҡанбыҙ. Атайымды бөтөнләй хәтерләмәйем, ул әйләнеп ҡайтманы. Һуғыштан һуң минең кеүек бала-саға һарыҡ көтөп, йәй көндәре апай-ағайҙарға звеноларҙа бесән әҙерләүҙә, иген утауҙа ярҙам итеп йөрөнөк. Әсәйем бөтмөр, уңған булғанғалыр, икмәк күрмәһәк тә, аслыҡҡа бирешмәнек, сөнки ул күп итеп картуф, йәшелсә сәсте. Бер һыйырыбыҙ булды. Элек апайҙар бер-береһенә эйәртенешеп эшкә сығып китерҙәр ине. Үҙҙәренең өҫтөндә ямалған күлдәктәр, баштарында иҫке генә яулыҡтар, әммә көр күңелле, рухлы булдылар. Кеше күршеһе менән генә түгел, ярты ауыл менән ҡатышып йәшәне. Йәйгеһен әсәйем ихата алдындағы йәшел үләнгә тирүгә йәйеп ебәреп, әхирәттәре менән йоморолай бешкән картуф, ҡорот менән үлән сәйе эсерҙәр ине. Ауыр йәшәһә лә, халыҡ татыу, бер-береһенә ярҙамсыл булды.
Һуғыш бөттө, тик яу яланынан Фәтхулла ағайым ғына ҡайтманы. Ғизетдин, Ғәйнетдин ағайҙарым бөгөн дә имен-һау, етеш тормошта аҡһаҡал йәшенә еттеләр. Һеңлем генә бик иртә баҡыйлыҡҡа күсте.
Мине йәшләй генә бер тапҡыр ҙа күрмәгән-белмәгән кешегә кейәүгә биргәйнеләр. Яҙмышыбыҙ берекмәне... Тағы ла тормошҡа сыҡтым, Наилә ҡыҙым тыуҙы. Әммә тормошобоҙ уңманы, ғаиләбеҙ тарҡалды. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татылды. Бар бәхетем эштән булғандыр минең. Оҙаҡ йылдар мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләнем.
Ике ҡыҙымды үҫтереп, буй еткерҙем. Өлкән ҡыҙым йәшләй генә үлеп киткәс, уның ҡыҙы Ирина менән икәү генә тороп ҡалдыҡ. Был ваҡытта Наилә ҡыҙым Белоретта һатыусыға уҡып, аҙаҡ Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, башлы-күҙле булып Магнитогорск ҡалаһында йәшәй ине. 1990 йылда һыу сығып, беҙҙең бәләкәй генә өйөбөҙ ҙә һыу эсендә ҡалды. Һыуҙан ҡалған әйберҙәремде йыйып, Иринаны эйәртеп Магнитогорск ҡалаһына Наилә ҡыҙыма сығып киттем. Унда урам һепереүсе булып эшкә индем. 8 айҙан һуң миңә бер бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Эш ауыр ғына, әммә бала саҡтан төрлө эш менән бешегеп үҫкән кешегә ҡыйын буламы ни. Гел маҡталып эшләнем, маҡтау ҡағыҙҙары ла, почет грамоталары әллә күпме йыйылып киткән. 35 йылдан ашыу эш стажым бар. Эшләгән урынымда матур кисә үткәреп, хаҡлы ялға хөрмәтләп оҙаттылар. Шулай ҙа тағы бер аҙ эшләп алырға тура килде. Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, һеңлемдең йыллығына ҡайтып килгәндә аварияға осраныҡ, умыртҡа һөйәгем бер нисә урындан һынған булып сыҡты, аяҡ-ҡулдар имгәнгән ине.
Был осорҙа Наилә ҡыҙым, иренең вафатынан һуң, кейәүгә сығып, Байназарҙа йәшәй ине. Ул килеп мине йыуындырып, тәрбиәләп китә. Бик оҙаҡ ҡына түшәктә яфаланып ятырға тура килде. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип үҙемде ҡулға алып, тәрбиәләй башланым. Тәнемде нисек тә булһа яҙырға тырыштым, көн дә физик күнекмәләр, ҡулыма массаж эшләнем, дарыу үләндәренән төнәтмәләр ҙә эшләп эстем. Бәләкәйҙән миңә «Ҡөръән Кәрим»дәге аят-сүрәләрҙе ятлатҡандар, шуларҙы уҡып үҙемде өшкөрөп алам. Барыһы ла ярҙам иткәндер, тием, бөгөнгө көндә үҙ-үҙемде ҡарарлыҡ хәлдәмен, шөкөр. Тик бөтә уңайлыҡтары булған ҡала фатирын һатып, ауылға ҡайтырға тура килде. Ирәмән Шәрипов төҙөгән өйҙәрҙең береһен һатып алдым. Дүрт йыл була инде ауылға ҡайтҡаныма, әммә һаман да өй эсендә ремонт, төҙөлөш эштәре дауам итә.
Үткән йыл Ирина ейәнсәрем ике балаһы менән ҡунаҡҡа килеп ҡайтты. Иринаны эйәртеп Магнитогорск ҡалаһына сығып киткәс, уға 6 йәштәр самаһы булғандыр, атаһының Ҡаҙағстанда йәшәүсе һеңлеләре ейәнсәремде ҡунаҡҡа алып ҡайттылар ҙа, кире килтермәнеләр. Беҙ Иринаны яҡшы итеп тәрбиәләп үҫтерербеҙ, тип хат яҙҙылар. Ул ваҡыттағы ҡайғырыуым. Ысынлап та, һүҙҙәрендә торҙолар, ейәнсәремде ҡаҡмай-һуҡмай, яратып үҫтерҙеләр. Иринаның мәктәпкә барғандағы, тыуған көндәрендә, төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, мәктәпте тамамлаған ваҡыттағы фотоларын мәлендә генә ебәреп торҙолар. Хәҙер инде беҙ уның менән интернеттан скайп аша аралашып торабыҙ. Ҡунаҡҡа килгәнендә уның шул тиклем эшсәнлегенә хайран ҡалып ултырҙым. Бер тик ултырманы, өйҙө йыйыштыра һалып алһынмы, төрлөләндереп татлы ризыҡтарын бешерһенме. “Ҡайҙа шул тиклем оҫта бешеренергә өйрәндең?” – тиһәм, - “Барыһына ла өләсәй өйрәтте. Үҙем дә бит ашнаҡсы булып эшләйем”, - тип көлә. Бик егәрле, эшһөйәр итеп үҫтергәндәр ейәнсәремде. Наилә ҡыҙымдың да 3 улы ла бынамын тигән егеттәр, кейәүем дә яҡшы. Шөкөр, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр. Нисек кенә булмаһын, үҙемде бәхетлемен тип һанайым, - ти инәй.
Әсмә инәйҙең һынауҙарҙан туҡылған яҙмышына рәнйемәй, ихлас, изге күңелле булып ҡалыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Ана бит, донъяһы ла аллы-гөллө биҙәктәргә мансылған, әйтерһең дә, өй эсендә йәйғор ҡалҡҡан.
А. АҠЫЕВА.