Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2017, 12:18

Ил ағаһы булһын ил-терәк!

“Мәсем” үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре “Атай бөтәһен дә булдыра!” тигән район конкурсы үткәрҙе. Конкурста ете атай ҡатнашты.

“Мәсем” үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре “Атай бөтәһен дә булдыра!” тигән район конкурсы үткәрҙе. Райондың атайҙар советы рәйесе Ә.Әбдрәхимов тантананы асып, бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Конкурста ете атай: Тимерҙән Фәнил Бикмөхәмәтов, Иҫке Мөсәттән Айнур Исхаҡов, Әбделмәмбәт ауылынан Шәфҡәт Ғәликәев һәм Рыфаэль Фәтхуллин, Иҫке Монасип Инсур Хәлитов һәм Рушан Ҡарағолов, Иҫке Собханғолдан Ринат Кәримов һәм Ғәҙелгәрәйҙән Рәмис Баймырҙин ҡатнашты. Конкурсты улар танышыуҙан башланы. Әҙ һөйләп, күп эшләүсе атайҙар һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: кемдер танышыуҙы шиғыр юлдарына һалһа, фотоһүрәттәр менән байытып ебәреүселәрҙә булды. Төрлө ярыш формаһында үткән конкурстарҙа атайҙар атта ла сабышты, әсәйҙәр өйҙә юҡта балаларға емеш-еләк, йәшелсәнән салаттарҙа ҙа әҙерләне, кер ҙә йыйып алдылар, сетерекле хәл-ваҡиға килеп тыуһа, еңел юлдарҙы ла тиҙ таптылар. Ә ижади конкурста һәр атай үҙенең йыр-моңға, ҡул-эштәренә маһирлығын күрһәтте.

Беҙ малайҙарҙы киләсәктә яҡшы атай, ышаныслы ғаилә тотҡаһы итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ә малайҙарға ундай тәрбиәне тик атай бирә ала, шуның өсөн уларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле ҙур булырға тейеш.

Ярыш һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды: өсөнсө урында – Рафаэль Фәтхуллин Рафаэль, икенсе урында – Инсур Хәлитов, беренсе урын хаҡлы рәүештә Шәфҡәт Ғәликәевҡа бирелде. Афарин, атайҙар!


Ф. МЫРҘАҒОЛОВА, “Мәсем” клубы хеҙмәткәре.
Читайте нас: