Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2017, 17:16

Рөстәм Хәмитов тәүге бала өсөн 300 мең һум алырға хоҡуҡлы йәш ғаиләләр категорияһын киңәйтеү бурысын ҡуйҙы

Республика башлығы Хөкүмәткә тәүге бала өсөн 300 мең һум алырға хоҡуҡлы йәш ғаиләләрҙең категорияларын киңәйтеү мәсьәләһен, шулай уҡ уны файҙаланыу йүнәлештәрен ҡарарға ҡушты.

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
«Ҡиммәтле бала эраһы башлана. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәле ғаилә сәйәсәте — төп өҫтөнлөктәр иҫәбендә», — тип белдерҙе бөгөн Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика башлығы Хөкүмәткә тәүге бала өсөн 300 мең һум алырға хоҡуҡлы йәш ғаиләләрҙең категорияларын киңәйтеү мәсьәләһен, шулай уҡ уны файҙаланыу йүнәлештәрен ҡарарға ҡушты.
«Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаиләгә ҙур иғтибар бүленә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. — Уларға булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 10 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә, социаль яаҙам саралары ҡулланыла. Беренсе балаһы тыуған йәш ғаиләләргә 300 мең һум аҡса бирелә. Шулай итеп. икенсе бала өсөн әсәлек капиталы һәм өсөнсөһө өсөн ер участкаһы биреү менән бергә республикала балалы ғаиләләргә ярҙам итеү системаһы булдырылды».
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостандың әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, перинаталь үҙәктәр төҙөү, социаль етемлекте иҫкәртеү өлкәһендәге тәжрибәһе федераль кимәлдә танылыу алды. Республика башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы алып барған эштең, иғтибар үҙәгендә ғаилә булған мөхитте үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.
«Муниципалитеттарҙы бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләренә әйләндереү йәһәтенән сараларҙы бойомға ашырыу буйынса преспективалы программа күҙаллана. программаның төп идеяһы — бәхетле тормошҡа юл ғаиләнән башлана», — тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/bash/1085950/