Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2017, 17:20

Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит!

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы “Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит” акцияһының 2-се этабы старт ала.

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы “Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит” акцияһының 2-се этабы старт ала. Наркотиктарҙың һаҡлау һәм һатыу урындарын, наркопритондарҙы белеүсе һәр кем ошо хаҡта тәүлектең ниндәй ваҡыты булһа ла конфиденциаль рәүештә хәбәр итә ала.
Һәр шылтыратыу, һәр хәбәр мөһим – был акцияның төп принцибы. Наркотиктар әйләнеше буйынса контроль хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында булдырылған ышаныс телефонына - 8(347)279-32-92 номерына шылтыратып, наркотиктарҙы таратыу һәм ҡулланыу осраҡтары хаҡында һөйләй, наркоманияны иҫкәртеү буйынса белгестәргә үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы.
Читайте нас: