Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
3 Март , 10:18

Ләлә сәскәһен матур килеш нисек оҙаҡ һаҡларға?

Бер нисә көндән генә 8 март байрамы етә һәм күп ҡатын-ҡыҙҙарға ләлә (тюльпан) сәскәләрен бүләк итәсәктәр. Был сәскәләр һулымай, матур килеш һеҙҙе оҙаҡ ҡыуандырһын өсөн ни эшләргә?

Ләлә сәскәһен матур килеш нисек оҙаҡ һаҡларға?
Ләлә сәскәһен матур килеш нисек оҙаҡ һаҡларға?

-Һатыуҙан алынған гөлләмәне ҡабул итеп алыу менән һабаҡтарын тигеҙ итеп ҡырҡығыҙ. Бүтән сәскәләрҙеке кеүек уның һабаҡтарын ҡырын итеп түгел, ә тип-тигеҙ итеп ҡырҡалар. 

-Артабан һабаҡ остарын шәкәргә тигеҙеп алығыҙ һәм ҡағыҙ таҫтамалға урағыҙ. Был һауытҡа ҡуйғанда һабаҡ остары кәкерәймәһен өсөн эшләнә. 3-4 сәғәттән ҡағыҙҙы алып ташларға була.

-Тюльпандарҙы боҙло һыуға ҡуйығыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән һауыттағы һыуға боҙ киҫәктәре төшөрөп торорға онотмағыҙ.

-Сәскәле һауытты ҡояш нурҙарынан һәм йылытҡыстарҙан алыҫ урындарға ултыртығыҙ. Һалҡынса урында торған гөлләмә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Шулай уҡ сәскәләрҙе матур килеш һаҡлау өсөн һатыуҙа "Кризал" исемле махсус препарат та һатыла.

 

Асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас