ЗАГС
Үткән аҙнала яңы тыуған 7 сабый теркәлгән. 7 райондашыбыҙ яҡты донья менән бәхилләшкән. 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 ғаилә тарҡалған.
Ағымдағы йылдың башынан 253 бала тыуған. Былтыр был күрһәткес 215 булған. Тимәк, быйыл 11 айҙа тыуған сабыйҙар һаны 38-гә күберәк.
Үткән йыл ошо ваҡыт арауығында 168 кеше вафат булған, 133 ғаилә ҡоролған, 49 ғаилә тарҡалған. Ә ағымдағы йылдың 11 айында 151 райондашыбыҙ мәрхүм булған (-17), 103 яңы ғаилә (-30) ҡоролған, 55 пар (+6) айырылышҡан.
01
Дөйөм алғанда, аҙна тыныс үткән, саҡырыуҙар булмаған. Байназарҙа бер шәхси гаражға ут ҡапҡан, ләкин уны урындағы көс менән ваҡытында һүндереп өлгөргәндәр.
Көндәр һыуытыу менән электр йылытыу мейестәренә, йорттарҙағы мейестәргә көсөргәнеш артты. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ут менән һаҡ булайыҡ, райондаштар!
02
26 ноябрҙән 2 декабргә тиклемге арауыҡта енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 39 хәбәр теркәлгән.
Аҙна дауамында урлашыу – 1 осраҡ, мутлашыу – 2, тән йәрәхәттәре һалыу – 2, сит мөлкәткә зыян килтереү – 1, урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу – 2, ҡапыл вафат булыу – 2, тейешле документтарһыҙ ағас ташыу 1 осраҡ һ.б.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау буйынса нарядтар тарафынан 59 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлеше буйынса - 43 протокол.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау, закон талаптарын үтәү һәр беребеҙҙең бурысы. Ошоно онотмайыҡ.