Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
7 Август 2018, 12:54

Ауылдарға газ үтә

Бөрйән районының ете тораҡ пункты өсөн газ үткәргесен инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса «Газпром»дың берҙәм заказсыһы – «Газпром инвестгазификация» компанияһы төҙөргә күҙаллай, тип хәбәр итә «Интерфакс».

Төҙөлөш шул иҫәптән «Башҡортостан» милли паркы һәм «Алтын Солоҡ» ҡурсаулығы биләмәләре буйлап үтә.

Газ үткәргесе район үҙәген Мәндәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдары менән тоташтырырға тейеш.

«Башҡортостан» милли паркы федераль дәүләт тәбиғәтте һаҡлау, экология-аң-белем таратыу һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеһы булып тора. Парк биләмәһенә тәбиғәт комплекстары һәм Көньяҡ Урал тау урмандары объекттары инә.

«Алтын Солоҡ» — Бөрйән районында 91 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан дәүләт ҡурсаулығы. Ул Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлауға булышлыҡ итә.

Читайте нас: