-11 °С
Болотло
Район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһын функциялаштырыу мәсьәләләре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Рәсүл Тайыпов граждандарҙы ҡабул итте.
Дәүләт комитеты рәйесенә Ғәлиәкбәр һәм Ырғыҙлы ауылынан килеүсе граждандар мобиль бәйләнеш сифатын яҡшыртыу һәм интернет тиҙлеген арттырыу буйынса һорауҙарҙы күтәрҙе. Рәсүл Рафанир улы мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр һорауын ентекле тыңлап, тулы аңлатмалар бирҙе. Ентекле өйрәнеүҙе талап иткән мөрәжәғәттәр тулыраҡ яуап биреү өсөн контролгә алынды.
Д. Ишморатов.