Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
8 Июнь 2018, 17:34

“Таҙа Ағиҙел” акцияһы

Районда йыл һайын үтеп килгән “Таҙа Ағиҙел” экологик акцияһы быйыл да ике этапта ойошторола: 11 июндән 11 июлгә тиклем һәм 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем.

Районда йыл һайын үтеп килгән “Таҙа Ағиҙел” экологик акцияһы быйыл да ике этапта ойошторола: 11 июндән 11 июлгә тиклем һәм 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем.

Сараның маҡсаты – экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, тәбиғәт объекттарының һаҡланыуына яуаплылыҡ тәрбиәләү. Акция быйыл БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үткәргән “Йылғаларыбыҙға һәм күлдәребеҙгә – таҙа ярҙар” тигән Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Ер-һыуҙарыбыҙҙың таҙалығы – беҙҙең сәләмәтлек нигеҙе ул!

Читайте нас: