Көндәр аяҙыу менән баҫыу эштәре лә әүҙемләште: хужалыҡтар, КФХ-лар яландар кипмәҫ борон сәсеү эштәрен атҡарып ҡалырға ашыҡты, шәхси хужалыҡтарҙа ла картуф-йәшелсә ултыртыу ҡыҙа.
2018 йылда районда баҫыу эштәре дөйөм 2696 гектарҙа планлаштырылған. Уның 570 гектары шәхси хужалыҡтарға – картуф һәм йәшелсәгә тура килә.
Иген культуралары 673 гектарҙа сәселергә тейеш булһа, әле 250 гектарҙан артығыраҡ майҙанда башҡарылған – планға ҡарата 37,1 процент. Шуның 109 гектары – бойҙай, 132 гектары – һоло, 9 гектары – арпа.
36 гектарҙағы ҡышлау культуралары ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. 145 гектарҙа күпйыллыҡ культураларҙы ашлау ойошторолдо.
А. Ғәлин, Ф. Моратшин, Ф. Сәйәхов, Ф. Хәйбуллин, Ф. Шәрипов, Р. Салауатов КФХ-лары иген культураларын сәсеүҙе тамамланы.
Һабанда һайрашыр мәлдәр һанаулы ғына, өлгөрөп ҡалайыҡ!