Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
3 Апрель 2018, 12:22

Совет ултырышы үтте

Бөрйән районы муниципаль районы 4-се саҡырылыш Советының сираттағы ултырышы үтте.

Бөрйән районы муниципаль районы 4-се саҡырылыш Советының сираттағы ултырышы үтте.

Депутаттар алдында Рәсәй эске эштәр Министрлығы Бөрйән районы бүлексәһенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында бүлексә начальнигы урынбаҫары Инсаф Ишҡолов, Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының 2017 йылғы эшмәкәрлеге һәм 2018 йылға бурыстар тураһында баш табип Ильмир Фәтҡуллин сығыш яһаны. Тәүге ике мәсьәлә буйынса һорауҙар һәм йәнле фекер алышыуҙарҙан һуң ултырыш Бөрйән районы муниципаль районының 2030 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш проекты һәм проект буйынса халыҡ тыңлауҙары үткәреү тураһында мәсьәләне ҡараны.

Муниципаль район Советы депутаттары шулай уҡ район хакимиәтенең структураһына һәм Бөрйән районы муниципаль район Советының 2017 йылдың 18 декабрендә ҡабул ителгән 4-14/100-сө һанлы “Муниципаль район Бөрйән районының 2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙың планлы осорона муниципаль район бюджеты”на үҙгәрештәр индерҙе.