Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
20 Март 2018, 15:30

Төбәктә ҡар яуыуы дауам итә

Башҡортостанда аҙна аҙағынаса ҡар яуасаҡ. Уларҙың көсөргәнешлелеге төрлөсә буласаҡ.

Башҡортостанда аҙна аҙағынаса ҡар яуасаҡ. Уларҙың көсөргәнешлелеге төрлөсә буласаҡ. Республиканың төньяҡ өлөшөндә бөгөн, 20 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көньяҡ яртыһында ҡар көсөргәнешлерәк буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ -1,-6 тәшкил итәсәк.
Шаршамбы көндө ҡар яуыуы дауам итә. Елдең көньяҡтан уртаса иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә -17,-22, республиканың көньяғы буйынса -10,-15, көндөҙ 0,-5, көньяҡ буйынса +5 градусҡа тиклем.
Кесе йома, 22 мартта, синоптиктар епшек ҡар фараз итә. Көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, айырым юл участкаларында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары булыуы көтөлә.
http://www.bashinform.ru/bash/1131706/
Читайте нас: