Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
28 Февраль 2018, 11:01

Йыл ҡошо

Рәсәйҙә 1996 йылдан алып ҡоштарҙы һаҡлау союзы тарафынан йыл ҡошо билдәләнә. Һайланылған төргә арнап акциялар, саралар, конкурстар үткәрелә, листовкалар таратыла, плакаттар эшләнә. Быйылғы йыл ҡошо тип балыҡсы ҡарсыға, йәғни ҡәлмәргән (скопа) иғлан ителде.

Йыл ҡошо – ҡәлмәргән

Ҡәлмәргән – бик үҙенсәлекле ҡош. Ул ер шарының Антарктиданан башҡа һәр континентында ла киң таралған. Ҙур кәүҙәле йыртҡыстың ҡанаттары һәм тәненең өҫкө өлөшө көрән төҫтә, ә аҫҡы өлөшө – аҡ. Түше буйлап арҡыры көрән һыҙат үтә. Башы аҡ, күҙенән кәүҙә яғына ҡарай ҡара-көрән һыҙаттар бар. Ул оҫта балыҡсы, шунлыҡтан күберәк күл, йылға буйҙарында йәшәй. Рационының 99 %-ын балыҡ тәшкил итә.
Башҡортостанда Көнъяҡ Уралда теркәлгән, һирәк осраусы төр һанала. Ҡәлмәргән республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына керетелгән.
Айһылыу Ноғоманова,
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре
Читайте нас: