Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
9 Февраль 2018, 16:09

Белгестәргә - 500 мең һум

Быйылдан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ауылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә ҡайтҡан белгестәр 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала башлай.

Быйылдан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ауылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә ҡайтҡан белгестәр 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала башлай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Быйылдан башлап ауыл хужалығына эшкә барған юғары белемле белгестәргә – 500 мең, урта һөнәри белемгә эйә булғандарға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнде.

«Башинформ»дан.

Читайте нас в