Кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ: ябай ғына әйберҙәрҙән дә хайран итерлек бөйөклөк тыуҙыра. Ә күңел йылыһы, күҙ нуры түгеп эшләнгән әйберҙәр бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмаясаҡ.
Мәҙәниәт бүлеге, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы оҫта –ҡуллы ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың кәсебен тергеҙеү, рухи мираҫыбыҙҙы йәш быуынға еткереү һәм китап сығарыу маҡсатында райондаштарыбыҙҙың беҙгә ярҙам итеүен һорай. 20 мартҡа тиклем, ауылығыҙҙағы иң оҫта ҡорамасылар, кейеҙ һуғыусылар, шәл бәйләүселәр, балаҫ һуғыусылар хаҡында тулы мәғлүмәт (исем- шәрифе, тыуған йылы, тыуған ауылы, эшләгән ойошмаһы, ҡул эштәренең фотоларын) ебәрһәгеҙ ине. Оҫталар күп бит халыҡ араһында. Шуны онотмайыҡ, иҫтә тотайыҡ һәм мәңгеләштерәйек, хөрмәтле райондаштар!
Бәйләнеш өсөн телефон: 3-53-96