Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 22 ғинуарҙан 22 февралгә тиклем республикала юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙаланыу барышындағы тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Ҡаргиҙәр” исемле айлыҡ үтәсәк.
Операцияны республика дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм республика буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы ойоштора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гражданин үҙйөрөшлө машиналарҙы ҡулланғанда машинаны теркәүгә ҡуйыу һәм техник күҙәтеү үтеү тураһында таныҡлыҡтарын, тейешле категорияға тракторист-машинист танытмаһын, ОСАГО страховка полисын (әгәр машинаны страховкалау кәрәк булған осраҡта) үҙе менән алып йөрөрөгә тейеш.
Бөрйән районы
буйынса гостехнадзор инспекцияһы.