Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
19 Декабрь 2017, 19:04

Һаҡ булығыҙ – “Шыршы-2017” операцияһы

Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролгә алыу маҡсатында Яңы йыл алдынан (27 ноябрҙән 31 декабргә тиклем) “Шыршы-2017” тигән исем аҫтында оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә.

Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролгә алыу маҡсатында Яңы йыл алдынан (27 ноябрҙән 31 декабргә тиклем) “Шыршы-2017” тигән исем аҫтында оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә.

Операция сиктәрендә Бөрйән урмансылығы хеҙмәткәрҙәре эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урмандарҙа патрулдәр ойоштора. Маҡсаты – ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Яңы йыл шыршыһы тейәгән транспорт средстволары ла тикшереләсәк. Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә уларҙы һатыу урындарына рейдтар үткәреү ҙә күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн килтерелгән зыян күләменә бәйле административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Административ кодекстың 8.28 статьяһына ярашлы, ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн штрафтар түбәндәгесә: граждандарға – 3000 һумдан 4000 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 20 000 һумдан 40 000 һумға тиклем; юридик берәмектәргә – 200 000 һумдан 300 000 һумға тиклем.

РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһына ярашлы, ҙур күләмдә законһыҙ ағас ҡырҡҡан йәки уларға зыян килтергән өсөн закон боҙоусыға 500 000 һумға тиклем штраф һалыныуы, шулай уҡ 2 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм башҡа яза ысулдары ла ҡулланылыуы ихтимал.

Бынан тыш, яза ҡулланылыу закон боҙоусыны законһыҙ ҡырҡҡан ағас өсөн зыянды ҡаплауҙан азат итмәй.

Р. АБДУЛЛИН,
федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Әбйәлил район-ара территориаль бүлегенең Бөрйән урмансылығы буйынса әйҙәүсе белгес-эксперты.

Читайте нас: