12 декабрҙә Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығында Бөтә Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө үткәрелә. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы етәкселеге, Идаралыҡ аппаратының профиль бүлектәре начальниктары, республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларының бүлек етәкселәре–өлкән суд приставтары урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем граждандарҙы ҡабул итәсәк.
Алдан яҙылыу Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының рәсми сайтындағы (http: //r02.fssprus.ru) “Электрон сират” электрон сервисы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Ҡабул ителеүгә барғанда үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе танытыусы йәки вәкәләтегеҙҙе раҫлаусы документығыҙҙы алырға онотмағыҙ.
Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә бушлай юридик консультация күрһәтелә.
Бөрйән районы буйынса бүлек начальнигы-өлкән суд приставы.