Ватан һағында
23 Сентября , 09:00

Яҡташыбыҙ "Барс" отрядына ҡушылды

“Башҡортостан геройҙары” финалисы, яҡташыбыҙ Азамат Шаһисолтанов "Барс" отрядына ҡушылды.  

Яҡташыбыҙ "Барс" отрядына ҡушылдыЯҡташыбыҙ "Барс" отрядына ҡушылды
Яҡташыбыҙ "Барс" отрядына ҡушылды

Махсус хәрби операция ветераны “БАРС” отряды менән өс йыллыҡ контракт төҙөүе тураһында хәбәр итте.
- Был – төптән уйланылған ҡарар. Уның нигеҙендә Ватан алдындағы бурыс тойғоһо һәм республикабыҙ күген һауа хәүефтәренән аралау теләге ята, - ти ул.

Азамат Фәнил улы “БАРС”тағы хеҙмәтте хәрби тәжрибәһен иң кәрәкле урында ҡулланыу мөмкинлеге тип баһалай. Ветерандар һәм яугирҙар бөтә ил халҡына, бигерәк тә үҫеп килгән быуынға яуаплылыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булырға тейеш, тип иҫәпләй ул.

- Беҙҙең бурыс – ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы һауанан янаған хәүефтән һаҡлау. Һәм был бурысты үтәрбеҙ. Артыбыҙҙа – ғаиләләребеҙ, йортобоҙ, Тыуған илебеҙ. ”, - ти яҡташыбыҙ.

Әлеге ваҡытта Азамат Шаһисолтанов Тоцкий-2 уҡыу үҙәгендә әҙерлек үтә. Тылдағы яҡташтарын тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, матур пландар ҡорорға һәм балалар тәрбиәләргә саҡыра.

Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-183139477_49363 

Автор:
Читайте нас