

Мәшғүллек үҙәгендә “Минең карьерам “Берҙәм Рәсәй” менән” проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар клубының рух өҫтәр осрашыуы үтте.
Был сара мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын һәм әсәйҙәрен бергә йыйҙы.
Осрашыуҙың спикерҙары:
-Ольга Леонидовна Попова, Ҡотан ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе;
-Элвира Фәнил ҡыҙы Ғәҙелшина – Ҡотан ауыл мәҙәниәт йортоноң китапханасыһы;
-Альмира Марат ҡыҙы Айҙарбәкова – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Бөрйән районы буйынса башҡарма секретары.
Сараны мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Ишкилдина асты һәм үҙенең сығышында ҡатын-ҡыҙҙар клубында ҡатнашыусыларҙың сағыу үрнәктәре һәм клубтың миссияһының асылы хаҡында бәйән итте.
“Ҡатын-ҡыҙҙар клубы ҡатын-ҡыҙҙарға һөнәри өлкәлә лә, тотош тормошта ла әүҙемлектәрен һаҡларға ярҙам итеү өсөн булдырылған. Уның бурысы – ҡатнашыусыларҙы илһамландырыу, рухландырыу, уларға алға табан хәрәкәт итергә стимул биреү: карьера төҙөү йәки үҙеңде яңы һөнәрҙә һынап ҡарау”, - тине Наилә Тимерйән ҡыҙы.
*Ғаилә ярҙамы - ирекмәнлектең нигеҙе
Осрашыуҙың төп героиняһы Ольга Попова булды. Ул – күп балалы әсә. Ольга өсөн ирекмәнлек ябай эш кенә түгел, ә улдары менән бәйләнеш тотоу һәм әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булғандарға ярҙам итеү ысулы ла. Ольга Леонидовнаның оло һәм кесе улдары махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ә уртансы улы гуманитар ярҙам йыйыуҙа әсәнең төп ярҙамсыһы.
*Йөрәктән йөрәккә - оҫталыҡ дәрестәре
Осрашыуҙа ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар пассив тыңлаусы ғына булып ҡалманы, шунда уҡ эшкә лә ҡушылып киттеләр. Сарала ҡатнашыусылар тормош өсөн бик мөһим булған тәжрибәләрҙе үҙләштерҙе:
-Ҡоро душ - ҙур әһәмиәткә эйә булған бәләкәй генә әйбер. Тәү ҡарашҡа, ҡоро душтың ул тиклем нимәһе бар инде, тиергә мөмкин. Ләкин хәрби ялан шарттарында ул ябай уңайлыҡ ҡына түгел – был гигиена һәм әҙ генә булһа ла өй йылыһын тойоу мөмкинлеге. Ольга Леонидовна ҡоро душ компактлы, ышаныслы һәм файҙаланғанды уңайлы булһын өсөн уны нисек итеп тупларға икәнен күрһәтте.
-Оҙаҡ яна торған шырпылар шулай уҡ ялан шарттарында бик мөһим әйбер. Улар – сәғәттәр буйы һүнмәй торған йылылыҡ сығанағы. Тағы ла бер мөһим яғы бар – бындай шырпылар ел һәм еүеш булғанда ла тотороҡло ялҡын бирә.
Эльвира Ғәҙелшина материал һайлауҙан алып финал эшкәртеүгә тиклем уны әҙерләүҙең барлыҡ этаптары хаҡында һөйләне.
Бындай осрашыуҙар бер-береңә ярҙам итеү атмосфераһы тыуҙыра. Унда һәр ҡатын-ҡыҙ артабанғы үҫеш өсөн илһам һәм көс алыу мөмкинлегенә эйә.
Ҡатын-ҡыҙҙар тупланмаларҙы комплектларға өйрәнде, төрөү һәм алып килеү ысулдарын тикшерҙе, бәйләнештәре һәм идеялары менән бүлеште.
Альмира Марат ҡыҙы, сараны йомғаҡлап, бындай ваҡиғалар район ҡатын-ҡыҙҙарына системалы ярҙам күрһәтеүҙең мөһим өлөшө, тип билдәләне.
-Барыһына ла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм һалдаттарҙың тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Артабанғы осрашыуҙарҙа һеҙ ҙә беҙгә ҡушылығыҙ! Һеҙгә бында оҡшаясағына ышанабыҙ. Мәшғүллек үҙәгендәге сараларҙың анонстарын күҙәтеп барығыҙ һәм һеҙ ҙә әүҙем берләшмәнең һәм ижади ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер өлөшө булығыҙ, - ти мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Тимерйән ҡыҙы Ишкилдина.
Сығанаҡ:https://vk.ru/club165617210