Ватан һағында
24 Августа , 11:35

Мауығыуын аҡса сығанағы иткән

 “Эш ҡыуаныс килтерһен”: мауығыуҙан үҙ эшеңә тиклем юл! Мауығыуын аҡса сығанағы иткән. Сараның төп асылы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Сәғитовтың уңыш тарихына ҡайтып ҡалды. Ул үҙенең ялдың әүҙем төрҙәре менән шөғөлләнеүен тулы ҡеүәтле бизнесҡа әйләндерә алған.

Мауығыуын аҡса сығанағы иткәнМауығыуын аҡса сығанағы иткән
Мауығыуын аҡса сығанағы иткән

Район Мәшғүллек үҙәгендә “Минең карьерам ”Берҙәм Рәсәй” менән” тигән проект сиктәрендә “Эш ҡыуаныс килтерһен” тигән профйүнәлеш биреү сараһы үтте.

Осрашыу сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеүгә арналды һәм ынтылыш һәм ныҡышмаллыҡ булғанда үҙеңдең күңелең ятҡан эште табып, уңышлы һөнәри траектория төҙөргә мөмкин икәнлекте күрһәтте.

Сараның төп асылы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Сәғитовтың уңыш тарихына ҡайтып ҡалды. Ул үҙенең ялдың әүҙем төрҙәре менән шөғөлләнеүен тулы ҡеүәтле бизнесҡа әйләндерә алған.

Уның эшенең үҫешендә төп аҙым дәүләт ярҙамы булды.

2025 йылда Азат эш башлаусы эшҡыуарҙарға бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы программаһы менән файҙаланып, рәсми рәүештә үҙ эшен асты. Был миҫал мәшғүллеккә һәм эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүҙең ғәмәлдәге механизмдарының эффектлы булыуын асыҡ күрһәтә.

Бөгөн ул уңышлы рәүештә йылғала кәмәләрҙә ағыҙыу һәм джиппинг-турҙар ойоштора – тыуған төйәге тәбиғәтенең матурлығы менән бүлешә, кешеләргә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алыу мөмкинлеге тыуҙыра.

Осрашыу барышында Азат Сәғитов дәүләт ярҙам саралары тураһында шәхси консультация алды. Улар эсенә “Кадрҙар” милли проектында ҡатнашыу һәм белем алыу сертификаттарын файҙаланыу инә.

Азат Сәғитовтың өлгөһө – тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс һәм эшеңә һөйөү теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә икәнлегенә асыҡ дәлил ул.

Сарала ҡатнашыусылар ярҙам мөмкинлектәре менән әүҙем ҡыҙыҡһынды, мәшғүллек үҙәге белгестәренә һорауҙар бирҙе һәм ентекле аңлатмалар алды. Күптәр өсөн был осрашыу тормоштарындағы мөһим үҙгәрештәргә юл башы булды тиһәң дә була.

Азат Рөстәм улына ҡыҙыҡлы маршруттар, мөкиббән  бирелеп әүҙем ял яратыусылар һәм бизнесының ышаныслы рәүештә үҫешеүен теләйбеҙ!

Был тарих яратҡан шөғөлөн һөнәргә әйләндерергә хыялланыусыларға дәрт, илһам бирһен!

Сара барышында инвалидлыҡтары булған ике гражданға консультация бирелде:

-“Эш эҙләү” АСПК-һы (контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам);

-белем биреү сертификаты буйынса уҡытыу.

Инвалидлыҡтары булған граждандарҙы ғәмәлдә булған программалар менән танышыу өсөн мәшғүллек үҙәгенә саҡырабыҙ.

Н. Ишкилдина, район мәшғүллек үҙәге етәксеһе.

Сығанаҡ: https://vk.ru/club165617210

Мауығыуын аҡса сығанағы иткән
Мауығыуын аҡса сығанағы иткән
Мауығыуын аҡса сығанағы иткән
Мауығыуын аҡса сығанағы иткән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас