Ватан һағында
5 Августа , 06:35

Бөрйәндең шәп егете ул Денис Владимирович!

2 августа республика етәксеһе тантаналы шарттарҙа яҡташыбыҙҙы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Попов Денис Владимировичты  махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән наградланы. Кем һуң ул Денис Попов?

Бөрйәндең шәп егете ул Денис Владимирович!Бөрйәндең шәп егете ул Денис Владимирович!
Бөрйәндең шәп егете ул Денис Владимирович!

2 августа республика етәксеһе тантаналы шарттарҙа яҡташыбыҙҙы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Попов Денис Владимировичты  махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән наградланы.

Денис Попов Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған. Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө урман техникумына уҡырға инә. Уҡыу ваҡытында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренә саҡырыла. Армия хеҙмәтенән һуң уҡыуын тамамлай һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренә контракт буйынса кире бара. Әлеге ваҡытта БАГСУ –ла “юғары звено етәксеһе” дәүләт муниципаль идаралығы йүнәлешендә белем ала.

Денис Владимирович – Кавказда Контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусы. Тәүге көндәрҙән алып махсус хәрби операцияла була.

Ул шулай уҡ республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша – Рәсәй Бокс Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса “Удар на силу” һәм “Удар на скорость” департаменты етәксеһе,  Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығына, ВДВ-ның 95  йыллығына, Рәсәй боксының 130 йыллығына арналған Башҡортостан Республикаһы (БР) менән Донецк халыҡ республикаһы (ДНР) араһындағы бокс буйынса матч осрашыуын ойоштороусы.

Денис Владимировичты лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ. Яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек һәм барлыҡ башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.

Сығанаҡ: https://vk.ru/ramilabdullinburzyan

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас