Ватан һағында
2 Августа , 06:30

"Беҙҙән башҡа бер кем дә!"

Ошо принцип буйынса йәшәгән десантсыларҙы “ҡанатлы пехота” йәки “зәңгәр береттар” тип йөрөтәләр.Бөгөн улар Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләй.  Ошо уңайҙан район үҙәгендә тантаналы сара үтте.

"Беҙҙән башҡа бер кем дә!""Беҙҙән башҡа бер кем дә!"
"Беҙҙән башҡа бер кем дә!"

Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә. Был көндө СССР Хәрби-һауа көстәренең Мәскәү хәрби округы күнекмәләре ваҡытында Воронеж ситендә совет тарихында беренсе тапҡыр хәрби бурысты үтәү өсөн 12 кешенән торған төркөм парашюттар менән десант төшә.

“Ҡанатлы пехота” һуғышсылары иң мөһим һәм яуаплы бурыстарҙы үтәй, алдынғы сафтарға беренселәрҙән булып сыға. "Зәңгәр береттар"ға хас батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ғәйрәт һәм хәрби оҫталыҡ һәр ваҡыт ҡуйылған бурысты теүәл уңышлы үтәлеүҙең нигеҙе булып тора.

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған сараға төрлө быуын десантсылары йыйылды. Уларҙы Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Илфат Ғәлин, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, һауа-десант ғәскәрҙәренең райондағы төркөмө ағзаһы Илһам Аҙанғолов тәбрикләне.

Илһам Аҙанғоловҡа, Рәзиф Ишморатовҡа, Фәнис Сәйәховҡа, Ғәзиз Сирбаевҡа, Фаил Шаһивәлиевҡа "Рәсәй һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны" миҙалы тапшырылды. Фәрит Моратшинға Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмаһының үҙәк Советы грамотаһы, Ибраһим Мөхәмәтйәновҡа, Әбүбәкир Усмановҡа, Һатыбал Шәриповҡа республика ветерандар Советының Рәхмәт хаты, Дмитрий Колегановҡа, Айбулат Ҡаһармановҡа, Ринат Ҡорманғоловҡа район ветерандар Советының Рәхмәт хаты тапшырылды. 

Сарала ҡатнашыусылар хәрби ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған ҡаһарман яугирҙар хөрмәтенә стелаға венок һалдылар, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. 

Фотолар альбомда: https://vk.ru/album-13580677_310432442 

 

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас