Ватан һағында
28 Июль , 07:05

Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған

Батыр Бәҙәмшин Тимер ауылында йәшәй, ул – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Был күп балалы ғаилә 4 бала тәрбиәләй. Ауылда эш булмауға ҡарамаҫтан, ваҡытында контракт буйынса эске эштәр тармағында  хеҙмәт иткән (хәҙер пенсионер) һәм өсөнсө төркөм инвалиды булған Батыр юғалып ҡалмаған. Улар ғаилә бизнесы – йәшәгән урындарында туризмды үҫтереү менән шөғөлләнә башлағандар.

Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырғанБәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған
Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған

Бөрйән районы мәшғүллек үҙәгендә “Берҙәм Рәсәй” менән минең карьерам” тигән проект сиктәрендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеүҙе күҙаллаған “Эш ҡыуаныс килтерә” тигән мотивациялау сараһы үтте.

Сараны асып, мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Ишкилдина ғәмәлдә булған дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләне.

Үҙәктең беренсе категориялы инспекторы Рөстәм Тереғолов дәүләт ярҙамы программаларына (АСПК ЛПХ (шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам), АСПК ИП (шәхси эшҡыуарлыҡҡа социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам), үҙ эшеңде асыуға бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам) туҡталды.

-Был юлы сараның махсус ҡунаҡтары ирле-ҡатынлы Батыр Бәҙәмшин менән Гөлназ Алтынбаевалар булды. Улар үҙҙәренең көнитмеше менән бүлеште.

 Батыр Бәҙәмшин Тимер ауылында йәшәй, ул – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Был күп балалы ғаилә 4 бала тәрбиәләй. Ауылда эш булмауға ҡарамаҫтан, ваҡытында контракт буйынса эске эштәр тармағында  хеҙмәт иткән (хәҙер пенсионер) һәм өсөнсө төркөм инвалиды булған Батыр юғалып ҡалмаған. Улар ғаилә бизнесы – йәшәгән урындарында туризмды үҫтереү менән шөғөлләнә башлағандар.

Ғаилә бизнесына түбәндәгеләр инә: туристик ял һәм Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә ағыҙыу ойошторғандар. Ихаталарында эшләнгән быуала теләгән һәр кем балыҡ тота ала. Гөлназ ял итеүселәр өсөн тәмле өй ризыҡтары әҙерләй. Ғаилә эшенә балалар ҙа ихлас ярҙам итә.
-Беҙ ҡайҙандыр ситтән ярҙам көтөп ултырманыҡ, үҙебеҙ ҡыбырлай башланыҡ. Беҙҙең хужалыҡ – бөтә  ғаиләнең көндәлек хеҙмәте емеше, - ти Батыр Бәҙәмшин.

Батырға, АСПК ИП һәм ЛПХ программаларын индереп, дәүләт ярҙам саралары тураһында шәхси консультация үткәрелде.

“Ғаилә” үҙәге етәксеһе Рая Семеновская түләүҙәрҙең күләмдәре һәм контракттың мотлаҡ шарттары хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Ул йылҡы малдары һатып алыу өсөн шәхси эшҡыуарлыҡтарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһына айырыуса ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм документтар тапшырыу тәртибе тураһында ентекле мәғлүмәттәр алды.

Был тарих маҡсатҡа ынтылышлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға һәләтле икәнен күрһәтә.

Ғөмүмән, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ихлас биреп, мәшғүллек үҙәге белгестәренән ентекле яуаптар алды, - тип хәбәр итәләр мәшғүллек үҙәгенең социаль селтәрҙәге ( https://vk.ru/club165617210 ) төркөмөндә.

Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған
Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған
Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған
Бәҙәмшиндар ғаилә бизнесы булдырған
Автор:
Читайте нас