Ватан һағында
3 Июля , 05:31

Мөһим бурыс үтәйҙәр

Һуңғы арала республикала пилотһыҙ аппараттар хәүефе артты. Эре завод-предприятиеларҙы БПЛА һөжүмдәренән һаҡлау өсөн республикала кеше резервы булдырылды. 

Мөһим бурыс үтәйҙәрМөһим бурыс үтәйҙәр
Мөһим бурыс үтәйҙәр

Мобилизация резервы — Оборона министрлы-ғының үҙенең хәрби уставы, төбәк көстәре булған подразделениеһы. Был подразделениеның төп бурысы — тылда стратегик мөһим объекттарҙы һаҡлау. Илдең күп төбәктәрендә кеүек, Башҡортостанда ла ошондай полк барлыҡҡа килде.

Беҙҙең райондан да мобилизация резервында тороусы ир-егеттәр бар. Иҫке Монасиптан Маргиз Юлдашев менән Иҫке Собханғолдан Фәйзән Ҡарағолов та улар иҫәбендә.

Райондаштарыбыҙ икеһе лә бер үк ваҡытта - 2025 йылдың 7 ноябрендә контракт төҙөп, резервҡа ингән.

-Иң беренсе Ырымбур өлкәһендә ике аҙна учебка үттек – унда ҡорал менән эш итеү, БПЛА-ны күҙәтеү, унан һаҡланыу кеүек хеҙмәткә өйрәттеләр. Артабан Өфөгә ҡайтып, ике ай “Башнефть” һәм “Роснефть” заводтарын һаҡланыҡ. Резервта булғандар йылына 3 тапҡыр икешәр ай йәки ярты йыл өҙлөкһөҙ хеҙмәт итә ала. Әле беҙ ике тапҡыр завод һаҡларға барып ҡайттыҡ. Смена ваҡытында бер тапҡыр пилотһыҙ осоу аппаратын атып төшөрҙөк, - ти 3 йылға контракт төҙөүсе Маргиз Таһир улы.

-Мин “Урал” ФОК-ында хужалыҡ мөдире булып эшләйем. Хәрби күнекмәләргә саҡырылған ваҡытта хеҙмәт хаҡы түләнә, шулай уҡ резервта торған өсөн дә хеҙмәт хаҡы күсерәләр. Беренсе тапҡыр резервҡа ингәндәге кеүек, саҡырылған һайын ике аҙналыҡ әҙерлек үтәбеҙ. Йыл дауамында резервҡа ингәндәрҙең барыһы ла сиратлап хеҙмәт итә. Һуңғы барғанда Башҡортостандың “Барс” махсус отряды менән контракт төҙөп ҡайттыҡ, - тип һүҙгә ҡушылды Фәйзән Ғәлийән улы.  

Республикабыҙҙың именлеген, уның инфраструктураһын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индереүсе ир-уҙамандарға афарин.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас