Ватан һағында
15 Июня , 11:30

МХО-ла дуҫтарын юғалтҡан “Шүлгән”, ләкин ихтыяр көсөн юғалтмаған

Мобилизация уға ҡағылмаған: армияла хеҙмәт итмәгән, сәләмәтлеге буйынса армияға барырлыҡ булмаған. Эйе, тыныс ваҡытта армияға ярарлыҡ булмаған, ә хәҙер... Бөгөн МХО ғәмәлдә кемдең нимәгә һәләтле икәнен аныҡ билдәләне. -Күпме беҙҙең Бөрйән егеттәре унда. Йәштәр, хатта йәшәп тә өлгөрмәгәндәр. Ә шулай ҙа инде тормош күреп өлгөргәндәр. – Үҙенең ҡарарына аңлатма бирә. – Минең бер ниндәй ҙә һалдат тәжрибәм булманы, быны танырға кәрәк. Ләкин һунар мылтығын ҡулда тота белә инем. Бөйөк Ватан һуғышында һунарсылар үҙҙәрен бик  яҡшы итеп күрһәткән, ә мин уларҙан кәмерәкме ней? Шуға контрактҡа бик уйлап ҡул ҡуйҙым. Үҙем менән башҡорт бетеүен, кесе улымдың фотографияһын һәм уның уйынсыҡ машинаһын алдым. Учебка бик тиҙ үтте: ОМСК ҡалаһында биш көн, Луганскийҙа 11 көн

МХО-ла дуҫтарын юғалтҡан “Шүлгән”, ләкин ихтыяр көсөн юғалтмағанМХО-ла дуҫтарын юғалтҡан “Шүлгән”, ләкин ихтыяр көсөн юғалтмаған
МХО-ла дуҫтарын юғалтҡан “Шүлгән”, ләкин ихтыяр көсөн юғалтмаған

Башҡорт ауылынан урмансы – уның ни өсөн һуғышҡа барғаны, юғалтыуҙары, ҡурҡыу һәм улының кеҫәһендә генә йөрөткән машинаһы тураһында.

Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙҙың – “Шүлгән” позывнойлы Венерҙың тормошо ҡәҙимгесә юлға һалынған булған. Үҙе урман хужалығында водитель булып эшләгән, ғаиләһе, өс балаһы бар. Мобилизация уға ҡағылмаған: армияла хеҙмәт итмәгән, сәләмәтлеге буйынса армияға барырлыҡ булмаған. Эйе, тыныс ваҡытта армияға ярарлыҡ булмаған, ә хәҙер... Бөгөн МХО ғәмәлдә кемдең нимәгә һәләтле икәнен аныҡ билдәләне.

-Күпме беҙҙең Бөрйән егеттәре унда. Йәштәр, хатта йәшәп тә өлгөрмәгәндәр. Ә шулай ҙа инде тормош күреп өлгөргәндәр. – Үҙенең ҡарарына аңлатма бирә. – Минең бер ниндәй ҙә һалдат тәжрибәм булманы, быны танырға кәрәк. Ләкин һунар мылтығын ҡулда тота белә инем. Бөйөк Ватан һуғышында һунарсылар үҙҙәрен бик  яҡшы итеп күрһәткән, ә мин уларҙан кәмерәкме ней?

Шуға контрактҡа бик уйлап ҡул ҡуйҙым. Үҙем менән башҡорт бетеүен, кесе улымдың фотографияһын һәм уның уйынсыҡ машинаһын алдым.

Учебка бик тиҙ үтте: ОМСК ҡалаһында биш көн, Луганскийҙа 11 көн.

“Шүлгән” позывнойы туған Бөрйән районындағы мәмерйә-ҡурсаулыҡ атамаһынан, өй тураһында хәтерләтеп торһон өсөн алған ул уны.

Иҫке Ҡырымдағы тәғәйенләнештән һуң шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебрелә.

 56-сы гвардия десант-штурм полкына хеҙмәткә эләгә. Ул 2023-2024 йылдарҙа Запорожье йүнәлешендә “Днепр” группировкаһы составында хәрби хәрәкәттәр алып барған һауа-десант ғәскәрҙәренең подразделениеһы.

Полкка бик ныҡ оборона тоторға һәм штурм операцияларында ҡатнашырға тура килә.

Командиры, Салауат, яҡташы булып сыға.  Тәғәйенләүҙә яңы һалдатты күргәс: “Минең менән бараңмы?” тип һорай. Улар Запорожье йүнәлешендә оборона тотҡандарҙы алыштыралар. Шунда уҡ тигәндәй атыш аҫтына эләгәләр.

Командир Шүлгәнгә: “50 метр дистанция тот. Шунан минең арттан атла. Икебеҙҙе бер снаряд япмаҫына шулай ышаныс күберәк”, ти. Хәрби фәнде шулай үҙләштерә “Шүлгән”. Ул атыусы штурмовик булып хеҙмәт итә.

-Ҡурҡыныс булдымы. тиһегеҙме? Бик ныҡ, - ти ул, бер минутҡа тын ҡалып. –Бигерәк тә тәүге тапҡыр ҡан, яраны бәйләү пакетын күргәндә, шул еҫте тойғанда ныҡ ҡыйын булды. Аҙаҡ, әлбиттә, бындай хис-тойғолар бер ни тиклем тупаҫланды. Иҫәп һәм һалҡын ҡанлылыҡ менән һуғышырға өйрәнелде. Улай итмәһәң, дөйөм эш өсөн бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйенсә баш һалырға мөмкин.

Иң ауыр алыш уларҙың 17 кешенән торған төркөмө бик көслө киҫелешле (перекрестный) утҡа эләккәндә булған. Ул яралана. Шулай ҙа “Һары” зонаға сыға ала һәм бик оҙаҡ эвакуация көтә. Командиры Салауат шунда һәләк була. Бик күп егеттәр башын һала ул яуҙа.

-Хәрби иптәштәреңде юғалтыу – һуғышта иң ауыры, - тип а өҫтәй ул шым ғына.

Учебкала танышҡан тағы ла бер нисә яҡташ-дуҫтары булған: Иҙрис, Ильмир, Азат. Венер госпиталдән һуң часҡа ҡайтҡас үҙе һымаҡ уҡ яраланған Азатты осрата. Иптәшен күргәс, хатта илап ебәрә. Уның тере булғанына ҡыуаныстан илай. Ильмир кеүек үк, хәҙер Азат та был донъяларҙа юҡ инде...

Һуғыш уны үҙгәртә, әлбиттә. Бар күңел донъяһының, ҡараштарының аҫтын өҫкә әйләндерә. Ул тормошҡа, ғаиләгә, ябай әйберҙәргә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарай башлай.

-Тегендә, блиндажда, бары тик ғаилә тураһында ғына уйлайһың. Тыуған ереңдәге тыныс тормоштоң нимә икәнен, уның ни тиклем ҡиммәт икәнен ысын-ысындап аңлайһың, - ти “Шүлгән”.

Ул тере ҡала. Вәғәҙә иткәненсә, өйөнә ҡайта. МХО зонаһында 2023 йылдан була һәм, етди яралар алғандан һуң,  2025 йылдың мартында сәләмәтлек торошо буйынса демобилизациялана. Икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн” орденының миҙалына лайыҡ булған.

Венерға 41 йәш. Өлкән улы менән ҡыҙы Өфөлә белем алалар. Кинйәләре икенсе класты тамамлаған. Хәҙер ветеран тыныс тормошҡа өйрәнә, өй төҙөй.

...Ул Иҫке Собханғол ауылы урамдары буйлап атлай, гүйә, уның менән өр-яңынан таныша, әйтерһең дә, тиҫтә-тиҫтә йылдар бында булмаған. Ҡайһы саҡ кеҫәһенән, маяҡҡа әйләнеп, уны бөтә мәхшәрҙәр һәм яфаланыуҙар аша кире тыуған яғына тартып алған теге бәләкәй уйынсыҡ машинаны ала.

Ә ҡолағында командирының бойороғо сыңлай: “Дистанцияны тот һәм алға атла!” Һәм артабанғы тормошонда нимә генә булмаһын, юлына ниндәй генә ҡаршылыҡтар баҫмаһын, ул кире боролмаясаҡ, артҡа сигенмәйәсәк, сараһыҙлыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул бары тик дистанцияны ғына дөрөҫ тотасаҡ һәм алға барасаҡ.

Әнисә Янбаева.

“Республика Башкортостан” гәзите.

(Т. Баһауетдинова тәржемәһе).

Сығанаҡ: https://vk.com/clubrbgaz

Автор:
Читайте нас