

Яуҙа бирелгән батырлыҡ, көс-ғәйрәт ҡайҙан килә икән тигән һорауға Айрат яуап эҙләй торғас, яуабын шәжәрәһендә таба.
«Минең нәҫелем Аҡбаш ауылынан, быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгәндәр. Ғәзиевтар — башҡорт-вотчинниктар (асаба) һәм мәсеттә указлы аҙансылар булған. Аҙансы булыу — саф выжданлы булыу һәм кешеләрҙе иң мөһим нәмәгә саҡырыу тигән һүҙ. Асаба булыу — туған ерҙең һәр ҡарышы өсөн шәхси яуаплылыҡ тотоу, тимәк.
Минең аҙансы бабамдың тауышы быуаттар буйы кешеләрҙе доғаға һәм уй-ниәттәрҙең таҙалығына саҡырған. Минең тауышым бөгөн — ул бурысҡа тоғролоҡ һәм уртаҡ йортобоҙҙо яҡлау. Авдеевка штурмы ваҡытында мин ошо бәйләнеште ныҡ тойҙом: минең артымда 15 йыллыҡ инженер стажы ғына түгел, ә бер ҡасан да баш эймәгән ата-бабаларымдың 400 йыллыҡ тарихы тора», - ти Айрат.
Имен-һау ғына йөрөп ҡайтырға яҙһын уға!