Ватан һағында
24 Апреля , 04:00

ТИМЕР ЕГЕТЕ ТИМУР

Тыуған илебеҙ күге аяҙ булһын өсөн, Ватаныбыҙҙың тыныс киләсәге өсөн егеттәребеҙ үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияға юллана.

ТИМЕР ЕГЕТЕ ТИМУРТИМЕР ЕГЕТЕ ТИМУР
ТИМЕР ЕГЕТЕ ТИМУР

Тимер ауылынан Айһылыу Хәкимйән ҡыҙы менән Әмир Фәтхулла улы Алтынбаевтарҙың улы Тимур ҙа МХО-ға юлланырға ҡарар итә. Ағаһының да МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүе быға булышлыҡ итмәй ҡалмағандар.
Әрме хеҙмәтен Тимур 2021-2022 йылдарҙа Бүрәт Республикаһының Улан-Удэ ҡалаһында үтә. 35–се һанлы зенит-ракета бригадаһында кесе сержант званиеһында инженер-техник бүлектең командиры булып хеҙмәт итә.
Ҡайтҡас төрлө эштәрҙә йөрөп, Затон биҫтәһендә урынлашҡан 29-сы һанлы махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәткә алына. Бер ай ваҡыт үткәс, былтырғы йылдың 23 июнендә, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, МХО-ға юллана. Артабанғы хеҙмәт юлын ул “Шаман” позывнойы аҫтында Росгвардияға ҡараусы 118-се һанлы махсус тәғәйенләнештәге бригадала башлай.
Һуғыш барған ерҙәге йәшәү шарттарына тиҙ төшөнөп ала егет.
Ташландыҡ бер база биләмәһендә үҙҙәренә ярашлы йәшәр ер, мунса-маҙарын да хәстәрләп алалар.
-Хәрби паектар менән генә туҡланып йәшәп булмай, шуға магазиндарға сығып үҙебеҙгә оҡшаған ризыҡтар һатып алып ҡайтып, бешереп ашайбыҙ. Ябай ғына булһа ла, мунсабыҙ ҙа бар, шөкөр. Төрлө милләт вәкилдәре менән татыу көн итәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тырышабыҙ. Бер бөртөк кенә итальян егете лә бар арабыҙҙа. Уның менән дә аңлашырға, аралашырға өйрәнеп бөттөк хәҙер.
Унда әрме хеҙмәтемдә алған тәжрибәм ныҡ ярҙам итә. Әлеге көндә ваҡытлыса 6 кешенән торған гранатометсылар отделениһының командирымын. Командование ҡуйған хәрби бурыстарҙы үтәйбеҙ. Тыныс халыҡты борсоуға һалған дрондарҙан һаҡлайбыҙ, дрондарҙы бәреп төшөрәбеҙ, – тип һөйләй икенсе тапҡыр ялға ҡайтыусы Тимур.
Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә имен-һау булып, илебеҙгә тыныслыҡ яулап, Еңеү менән ҡайтырға яҙһын һеҙгә, батыр йөрәкле яугирҙар!

Контракт буйынса хеҙмәт тураһында ентекле мәғлүмәт алыу өсөн Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Б. Тимерғәлиев
Читайте нас